Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭҢЕР ЯРҒАНАТЫ

Просмотров: 824

ЭҢЕР ЯРҒАНАТЫ (Nyctalus leisleri), ярғанаттар отрядының шымаморон ярғанаттар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көнбайыш, Үҙәк, Көнсығыш Европала, Төньяҡ Африкала, Кавказда һәм төньяҡ‑көнбайыш Гималайҙа таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,2 см, ауырлығы 12—20 г. Йөнө оҙон, ҡуйы, арҡаһында ерәнһыу‑көрән, ҡорһағында аҡһылыраҡ; төбө ҡара төҫтә. Мороно һәм ҡолаҡтары ҡыҫҡа, киң. Ҡанаттары оҙон һәм тар.

1—2 бала тыуҙыра. 9 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡыш көнө йоҡоға тала. Күбәләктәр, ике ҡанатлылар һәм ҡаты ҡанатлылар м‑н туҡлана. Ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙағы ағас ҡыуыштарында, һирәгерәк ҡаралтыларҙа ҙур булмаған колониялар м‑н йәшәй; миҙгелле миграциялар яһай. БР‑ҙа Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында һәм Йылайыр яйлаһының көньяҡ өлөшөндә осрай. Урман ҡоротҡостарын юҡ итә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019