Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ ҠАНДАЛАЛАРЫ

Просмотров: 693

ҺЫУ ҠАНДАЛАЛАРЫ, ҡандалалар отрядына ҡараған бөжәктәрҙең бер нисә ғаиләһе (Gerridae, Hydrometridae, Vellidae һ.б.). Яҡынса 700 төрө билдәле, бөтә Ер шарында сөсө һыуҙа таралған. БР‑ҙа 5 төрө осрай: ҙур Һ.ҡ., күл Һ.ҡ., көмөш Һ.ҡ., G. odontogaster, G. thoracicus. Кәүҙәһе тар, оҙонса, оҙонлоғо 6—17 мм. Төҫө ҡуйы көрән, һоро, һирәк осраҡта ҡара тиерлек; һыу ятҡылығы өҫтөнөң төҫөнә тура килә. Ҡанаттары һәм ҡанат өҫтәре яҡшы үҫешкән. Башы оҙонса, төбө йыуан. Мыйыҡтары оҙон. Ҡорһаҡ яғында балауыҙға оҡшаш матдә м‑н ҡапланған аҡһыл төҫтәге төктәре бар. Аяҡтары киң урынлашҡан, алғылары — ҡыҫҡа (улар ярҙамында Һ.ҡ. табышын тотоп ала), урта һәм артҡы аяҡтары — оҙон, нәҙек, аҫ яғында майға оҡшаш матдә м‑н ҡапланған төктәре бар (улар ярҙамында Һ.ҡ. һыу өҫтөнән 0,5 м тиклем еткән аҙым м‑н “шыуалар”). Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Йомортҡаларын бөтә йәй дауамында һыу үҫемлектәре өҫтөнә һала. Ҡарышлауыҡтары һыуҙа үҫешә. Оло бөжәктәр (имаго) ҡоро ерҙә: таш, мүк һәм яр буйы үләндәренең тамырҙары аҫтында ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Бөжәктәр һ.б. ваҡ умыртҡаһыҙҙарҙың һуты м‑н туҡлана. Һыу өҫтөндә йәшәй.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: