Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨШӨЛ

Просмотров: 729

КӨШӨЛ (Arvicola terrestris), ирлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Бөтә Европала, Төньяҡ һәм Алғы Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 25 см тиклем, ауырлығы 250 г тиклем. Йөнө ҡуңыр, ҡаты ҡыллы. Мороно йомро, ҡолағы һәм күҙе бәләкәй. Аяҡ табаны яланғас, яҡшы үҫешкән һөйәлле һәм ян-яғында ҡуйы йөндән торған ҡырпыулы; йөҙгөс ярыһы үҫешмәгән тиерлек. Аяғында өсөнсө бармағы дүртенсеһенән оҙонораҡ. Ҡойроғо (13 см тиклем) ҡыҫҡа ҡаты йөн м‑н ҡапланған. Полигам. Енси яҡтан 2 айҙа өлгөрә. Йылына 2—4 тапҡыр 6—7‑шәр бала тыуҙыра. 5 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Йәйен — һыу һәм яр буйы үҫемлектәренең (аҡ томбойоҡ, екән, күрән, ҡамыш һ.б.) һутлы өлөштәре; бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, моллюскылар, ҡыҫалалар, балыҡтар һ.б.; ҡышын тал, муйыл ҡайыры, үренделәре, бүлбеләр һәм тамыраҙыҡтар м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтары янында, болондарҙа төпләнә. Йәйен К. һыу өҫтөндә ҡоро ҡамыш өйөмөндә йәки ҡоштарҙың ҙур ояларында оялай, көҙөн һыу ятҡылыҡтары ярындағы өңдәргә күсә. БР‑ҙа бөтә ерҙә лә тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙарында таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡосо, туляремия тыуҙырғысын йөрөтөүсе.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019