Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮРЕ

Просмотров: 689

БҮРЕ (Canis lupus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 160 см тиклем, ауырлығы 45—60 кг. Йөнө йәйен ҡыҫҡа, шырт, ҡаты, ҡышын ҡуйы һәм ҡабарынҡы, төҫө аҡтан һорғолт көлһыуға тиклем. Башы ҙур, ҡолағы тура, бер‑береһенән алыҫ урынлашҡан, мороно оҙонса. Күреү, еҫ һиҙеү һәм ишетеү һәләттәре яҡшы үҫешкән. Яңағы көслө, оҙон ҡаҙыҡ тешле. Ҡойроғо (50 см тиклем) ҡабарынҡы, ғәҙәттә түбән төшкән. Моногам. Б. парлашып йәшәй, ҡышын ҡайһы ваҡыт өйөргә берләшә. Енси яҡтан ата Б. 3 йылда өлгөрә, инә Б. — 2 йылда. Йылына 1 тапҡыр 3—12, ғәҙәттә 4—7 һирәк көрән йөнлө, һуҡыр, ишетеү юлдары ҡапланған көсөк тыуҙыра. 15—16 йыл йәшәй. Башлыса эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡабан, ҡоралай, мышы, кимереүселәр, ҡуян, бурһыҡ, емтек, һирәгерәк ҡош, һөйрәлеүселәр, балыҡ, бөжәк м‑н туҡлана, ҡайһы ваҡыт йорт хайуандарына һөжүм итә. Ояһын һыуға яҡын ҡоро урында ағас тамыры аҫтында, ҡумырыҡ араһында, йырын битләүҙәрендә ҡора, асыҡ урында өң ҡаҙа. Далала, урман‑далала һәм урманда йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған, таулы‑урманлы р‑ндарҙа Б. һаны күберәк. Тояҡлы ҡырағай хайуандарҙың һанын көйләй, малсылыҡҡа һәм һунарсылыҡ хужалығына зыян килтерә. Ҡотороу ауырыуы вирусын йөрөтөүсе булыуы мөмкин.

А.В.Едрёнкин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019