Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛҠЫН ҠАНАТЛЫЛАР

Просмотров: 926

 

ТУЛҠЫН ҠАНАТЛЫЛАР (Lymantriidae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 3 мең төрө билдәле, иң күп төрҙәре Азия һәм Африканың дымлы тропик урмандарында осрай. БР‑ҙа яҡынса 30 төрө бар: антик Т.ҡ., тал Т.ҡ., ҡыҙғылт һоро Т.ҡ., сыбарғанат, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б. Ҡанат ҡоласы 2,5—7 см, киң, аҡ, һарғылт, һоро, һирәгерәк йәшел төҫтә. Томшоғо рудиментар йәки бөтөнләй юҡ. Енси диморфизм хас: ата күбәләктәрҙең мыйыҡсалары ҡауырһынлы, ҡайһы бер төрҙәре (һарыбауыр, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б.) вағыраҡ һәм төҫкә ҡарараҡ; ҡайһы бер төрҙәрҙә инә күбәләктәр (антик Т.ҡ.) ҡанатһыҙ. Үҫеше тулы әүерелешле. Инә күбәләктең биҙ бүленделәренән бүленеп сыҡҡан аҡһыл яры менән ҡапланған йомортҡаларын өйкөмләп һала. Ҡарышлауыҡтары ҡуйы төк япмалы (төктәре йыш ҡына шәлкемдәргә йыйылған; әрнеткес төклө төрҙәр бар). Ҡурсаҡтары төк шәлкемдәре менән ҡапланған, ағас сатырҙарында һәм олондарында ҡурсаҡлана. Йышыраҡ ҡарышлауыҡтары, һирәгерәк — йомортҡалары йәки ҡурсаҡтары ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем, аҙ оса. Оло күбәләктәр туҡланмай, ҡарышлауыҡтары — полифагтар, башлыса ағас үҫемлектәрҙең япраҡтарын һәм бөрөләрен ашай. БР‑ҙа бөтә ерҙә осрай. Күп төрҙәре (һарыбауыр, сыбарғанат, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б.) ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022