Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРҒАЙ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1185

 

ТУРҒАЙ ҺЫМАҠТАР (Passeriformes), ҡоштар отряды. 66 ғаиләһе, 5 меңдән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 22 ғаиләгә ҡараған 123 төрө (алаҡас турғайҙар, барҡылдаҡтар, ҡарғалар, сипылдаҡтар, сәпсектәр һ.б.) бар. Күсәр, күсеүсе һәм ултыраҡ ҡоштар. Т.һ. — башлыса ваҡ (кәрлә турғайҙың кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 9 см, ауырлығы 5 г тиклем) һәм уртаса (ҡара ҡарғаныҡы ярашлы рәүештә 46 см тиклем һәм яҡынса 500 г) ҙурлыҡтағы ҡоштар. Ҡауырһын ҡапламының төҫө ҡаранан алып (ҡара ҡарға, ҡоҙғон) сыбарға тиклем (шиҡылдаҡ, ҡыҙылғойроҡ, шыршы турғайы, ҡупшы турғай һ.б.). Енси диморфизм хас: күпселек төрҙәрҙә ата ҡоштар эрерәк һәм сағыуыраҡ төҫтә; һайрар Т.һ. ата ҡоштар ғына һайрай. Моногамдар. Ерҙә, таштар араһында, ағас баштарында, ҡая ярыҡтарында оя ҡора. Күпселек төрҙәрҙең ояһында 4—6, ҡарабаш турғайҙыҡында 15—16 йомортҡа бар. Инә һәм ата ҡош 12—14 көн, эрерәк төрҙәрҙә — 19—21 көн дауамында баҫа. Күпселеге бөжәк ашаусылар (ҡарлуғас, сәпсек, себен турғайы һ.б.), ҡайһы берҙә бөтә нәмәне (ҡоҙғон, ала ҡарға, һайыҫҡан) йәки үҫемлек ашаусылар (һаҙ турғайы, баҡса һоло турғайы, суҡтурғай, ҡыҙылтүш һ.б.). Бөтә ерҙә лә осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығара. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына буран турғайы һәм ваҡ һайыҫҡан индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2022