Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРҒАЛАР

Просмотров: 896

ҠАРҒАЛАР (Corvidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 26 заты, яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 6 заттан 8 төрө бар. Ҡ. күпселеге (ала ҡарға, баянғош, ҡыжҡылдаҡ, сәүкә) күсмә, ҡайһы бер төрҙәре (бараба, ҡоҙғон, һайыҫҡан) — ултыраҡ, ҡара ҡарға — күсәр, даими ҡышлаусы ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 18—65 см, ауырлығы 1,5 кг тиклем. Күпселек төрҙәрҙең ҡауырһын ҡапламы ялтырауыҡлы ҡара төҫтә (барабаныҡы — көрән, ҡанаты зәңгәр һыҙатлы). Өлкән ҡара ҡарғаларҙан башҡа бөтә Ҡ. танау тишектәре алға ҡарай үҫкән сәс рәүешле ҡаты ҡауырһын менән ҡапланған. Суҡышы ҡеүәтле, аяғы көслө. Ҡойроғо тура, ҡайһы бер төрҙәрҙеке оҙон һәм түңәрәкләнеп бөтә (бараба) йәки киртләсле (һайыҫҡан). Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк. Моногам. Ояларын парлап (ала ҡарға), төркөмләп (һайыҫҡан) йәки туп булып (ҡара ҡарға, сәүкә) ағастарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ҡамыш араһында һәм ҡаралтыларҙа ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 2—8 көрән таплы зәңгәрһыу йәшел йомортҡа һала. Инә ҡош, ҡайһы бер төрҙәрҙә инә ҡош та, ата ҡош та 17—21 көн баҫа. Бөтә нәмә менән дә, баянғош үҫемлек менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығара, ҡайһы берҙәре (ҡара ҡарға, ҡарға, ҡоҙғон һ.б.) сәсеүлектәргә зыян килтерә, ҡайһы берҙә һунар кейектәренең һәм ҡоштарының балаларын ашай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.10.2022