ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы
ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы (24.10.1953, Ишембай ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1980 й. алып ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ тармағы өсөн ҡоролмаларҙы диагностикалау сараларын уйлап табыуға арналған. В. көпләүсе ҡоролмаларҙа деформация һәм боҙолған урындарҙың туплана барыуы процесында металдарҙы яңынан магнитлауға киткән юғалтыуҙар (ш. иҫ. гармоник ҡушылмаларының) үҙгәреүен һәм бүленеүен өйрәнә. В. тарафынан эшләнгән магнитлы дефектоскоп, МД-11 ПМ интроскобы һ.б. БР һәм БДБ пр‑тиеларына индерелгән. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Исследование анизотропного и дифференциального датчиков для контроля напряжённо- деформированного состояния металлических конструкций //Приборы и системы. Управление, контроль, диагностика. 2008. №8.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов