Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР

Просмотров: 1126

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР, вентиляция, һауа м‑н йылытыу, һауаны кондициялау системаларында, төрлө производство‑технологик процестарҙа (йылылыҡ агрегаттарының яғыу урындарына һауа ебәреү, үткәргес торбалар буйлап һауалы ҡатышмаларҙы күсереү һ.б.) һауаны йәки газдарҙы ҡыҫыу һәм күсереү ҡоролмалары. Баҫымды күтәреү дәрәжәһенә бәйле вентиляторҙар (1,15‑кә тиклем), газ өрҙөргөстәр (1,15‑тән алып 3,5‑кә тиклем) һәм компрессорҙар (3,5‑тән ашыу) айырыла. Вентиляторҙар һауаны ҙур күләмдә сағыштырмаса түбән тиҙлек м‑н күсерә.

Эшләү принцибы һәм конструкцияһы б‑са улар көрәксәле машиналарға инә, көнкүреш һәм сәнәғәт вентиляторҙарына бүленә; эшләнеше (стандарт, пневмотранспорт өсөн, төрлө газдарҙы күсереү өсөн), конструкцияһы (бер, ике һәм күп баҫҡыслы, реверсив һ.б.), һауа ағымының йүнәлеше (диагональ, диаметраль, күсәр, радиаль) һ.б. б‑са айырыла. Газ өрҙөргөстәр эшләү принцибы б‑са радиаль вентиляторҙарҙан айырылмай, ҡыҫҡан саҡта газды һыуытмай эшләй, юғары етештереүсәнлек хас, блокировка һәм сигнализация системалары ҡуйылған, газдан, шартлауҙан һәм янғындан һаҡлаған ҡоролмалары бар. 1941 й. алып Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә авиация двигателдәре составында компрессорҙар эшләнә. Вентиляторҙар 1977—2011 йй. “Дауыл” ДУП‑ында (Өфө) сығарыла, 1992 й. башлап “Промвентиляция” ЯАЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) һ.б. етештерелә. 50‑се йй. башынан газ сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте пр‑тиеларының технологик ҡулайламаларында газ өрҙөргөстәр файҙаланыла.

И.Ғ.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: