Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ

Просмотров: 980

БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ, бәләкәй параметрлы тигеҙләмәләрҙе яҡынса сығарыу алымы. Тигеҙләмәне “болармаған” система өсөн сығарыу һәм һөҙөмтәне болартыу индергән төҙәтеүҙәрҙе иҫәпләүҙә файҙаланыуҙан ғибәрәт. Б.т. алымдары дифференциаль тигеҙләмәләр, механика, квант физикаһы, химик кинетика теорияһы һ.б. мәсьәләләрен өйрәнеүҙә ҡулланыла. 20 б. 60‑сы йй. алып Башҡорт дәүләт университетында (Х.Х.Мортазин) спектрҙың асимптотик рәүештә бүленеүе, спектр тарҡалыштарының тура килеүе тикшерелә. Математика институтында Б.т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 70-се йй. башлана (А.М.Ильин). 80-се йй. башлап һыҙыҡлы булмаған бик тиҙ үҙгәреүсе (Л.А.Калякин) һәм берләштерелеүсе (В.Ю.Новокшенов) системаларҙы болартыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 70—90-сы йй. — Авиация техник университетында Б.т. һәм классик дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау ысулдары синтезын кәүҙәләндереүсе үҙгәртеүҙәрҙең яҡынлаштырылған төркөмдәре теорияһы (Н.Х.Ибраһимов, В.А.Байков); 90‑сы йй. алып Педагогия университетында (Р.Р.Ғәҙелшин) эллиптик операторҙар өсөн Б.т. үҫешә.

Әҙәб.: Муртазин Х.Х., Садовничий В.А. Спектральный анализ многочастичного оператора Шрёдингера. М., 1988; Байков В.А., Газизов Р.К., Ибрагимов Н.Х. Методы возмущений в групповом анализе. М., 1989. (Итоги науки и техники. Серия: Современные проблемы математики. Новейшие достижения; т.34); Ильин А.М. Согласование асимптоматических разложений решений краевых задач. М., 1989.

Х.Х.Мортазин

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: