Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СҮСЛЕ-ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ

Просмотров: 1269

СҮСЛЕ‑ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ, мәғлүмәт сигналдары кварцлы сүс яҡтылыҡ йөрөткөстәр (оптик сүстәр) буйлап тапшырылған оптик элемтә линиялары. Элемтә системаларында, кабель телевидениеһында, транспортта, производство процестарын автоматлаштырыу һ.б. өсөн файҙаланыла. Респ. 20 б. 80‑се йй. башлап оптик яҡтылыҡ йөрөткөстәряһау технологияһын булдырыу б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм тәжрибә‑конструкторлыҡ эштәре алып барыла. 1989 й. БАССР‑ҙың Производство‑техник элемтә идаралығы (ҡара: “Башинформсвязь”) тарафынан “Солитон” ҒТИ м‑н берлектә, “Солитон” ҒТИ‑нда эшләнгән оптик сүстәрҙе файҙаланып, респ. тәүге (СССР‑ҙа тәүгеләрҙең береһе) цифрлы күп каналлы (потенциаль һыйышлығы 2400 канал булған) Өфө–Стәрлетамаҡ С.‑о.э.л. һуҙыла һәм файҙаланыуға тапшырыла. 90‑сы йй. уртаһынан “Интек” ғилми‑производство фирмаһында (Өфө) С.‑о.э.л. өсөн аҙ каналлы мультиплексорҙар уйлап табыла һәм етештерелә. Урал производство‑техник элемтә идаралығының “Связьтранснефть” ААЙ филиалы (Өфө) һәм Куйбышев т. юлының Башҡортостан бүлексәһе өсөн Өфө–Черниковка– Восточная участкаһында аппаратураһы “Солитон” ҒТИ‑нда эшләнгән 120 каналлы оптик элемтә‑технологик линия файҙаланыуға тапшырылған. 90‑сы йй. аҙ. С.‑о.э.л. технологик селтәрҙәре “Башкирэнерго” (1250 км), “Башнефть” (460 км), “Башинформсвязь” (2510 км) ААЙ‑нда һ.б. һуҙыла. 2001 й. ӨДАТУ‑ла (“Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Энергосвязь” пр‑тиеһы м‑н берлектә) ғилми‑тикшеренеү лаб. ойошторола, унда С.‑о.э.л. селтәрҙәрендә спектраль тығыҙлау технологиялары тикшерелә һәм эшләнә. Аппаратура ышаныслылыƒын тºьмин итер өсөн респ. “Башинформсвязь” ААЙ‑ның С.‑о.э.л. селтәре ҡулса структураһы буйлап ойошторолған. 2005 й. аҙ. көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш ҡулсалары төҙөлөп бөтә, 2007 й. Өфө оптик элемтә линиялары ярҙамында респ. бөтә ҡалалары һәм район үҙәктәре м‑н тоташтырыла. БР‑ҙың телефон селтәре респ. терр‑яһы буйлап үткән халыҡ‑ара һәм ҡала‑ара С.‑о.э.л. аша бөтә донъя селтәренә тоташтырылған.

И.Х.Ғәлиев, В.Т.Соловейчик, А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: