Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕНГР ТЕЛЕ

Просмотров: 1591

ВЕНГР ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (уғыр төркөмө). Венгрияның дәүләт теле. Шулай уҡ Румынияла, Сербияла (Воеводинола), Словакияла һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 14 млн ашыу кеше. Манси һәм ханты телдәренә яҡын. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағындағы уғыр тәү теленә барып тоташа. Хәҙерге В.т. 8 диалект бар: дунай аръяғы, көнбайыш, мезёшег (закирай-хаг), палоц (төньяҡ-көнбайыш), төньяҡ-көнсығыш, секей, тиса (дунай-тиса), көньяҡ (альфёльд). Әҙәби В.т. 16—19 бб. төньяҡ-көнсығыш диалект нигеҙендә формалаша.

 В.т. фонетикаһы оҙон һәм ҡыҫҡа фонемаларҙың ҡаршы ҡуйылыуы, һүҙ башында тартынҡыларҙың бергә килмәүе, баҫымдың тәүге ижеккә төшөүе менән характерлана. В.т. нигеҙҙә агглютинатив типта (ҡара: Агглютинатив телдәр) һаҡланған, әммә уға флективлыҡтың да ҡайһы бер элементтары хас.

 Морфологик төҙөлөшө енес категорияһының булмауы, килештәр һанының күп булыуы (20‑нән ашыу) менән характерлана. Билдәлелек (а/аz) һәм билдәһеҙлек (еgу) артиклдәре билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһын сағылдырыу сараһы булып тора. Һүҙьяһалышына суффиксты һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу хас.

 Синтаксисында төрлө типтағы ҡушма һөйләмдәр киң таралған. Һөйләмдә сифат менән бирелгән аныҡлаусы, аныҡланыусы һүҙҙән алда килеп, уның менән ярашмай, әгәр ҙә күрһәтеү алмашы менән бирелһә, һан һәм килештә яраша. Яҙыуы латин алфавитына нигеҙләнгән. Алфавиты 39 хәрефтән тора.

 Лексикаһында төрки телдәрҙән, славян телдәренән һәм немец теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ. Башҡорт телендә һәм В.т. параллелдәр халыҡтарҙың оҙайлы аралашыуын дәлилләй (ҡара: Боронғо венгрҙар, Бөйөк Венгрия). Башҡ.-венгр тел оҡшашлыҡтарына ватан һәм сит ил ғалимдарының — Т.М.Ғариповтың, Ж.Ғ.Кейекбаевтың, Рәил Ғ.Кузеевтың, Ю.Неметтың, В.Проленың, М.Рясянендың, Б.А.Серебренниковтың һ.б. тикшеренеүҙәре арналған.

Әҙәб.: Серебренников Б.А. К вопросу о связи башкирского языка с венгерским. Уфа, 1963; Немет Ю.Ф. Венгерские племенные названия у башкир //Археология и этнография Башкирии. Т.4. Уфа, 1971. 

 Т.М.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: