ҒӘЙНАНОВ Риф Фәтҡелбаян улы
ҒӘЙНАНОВ Риф Фәтҡелбаян улы (14.5.1958, Октябрьский ҡ. – 14.11.2009, Таиланд, Мәскәүҙә ерләнгән), тренер. Пед. фәнд. канд (2002). Грек-рим көрәше б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991) һәм СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). РФ‑тың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2009). Физик культура үҙәк ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1981). “Локомотив” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Н.С.Батов, В.К.Ғәйнуллин). Донъя (1983) һәм СССР (1984) Кубоктарын яулаусы. 1985—92 йй. СССР профсоюздары ДСО‑һы йыйылма командаһының өлкән тренеры. Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы президенты (2003 й. алып). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2002). Октябрьскийҙа 2010 й. алып Ғ. иҫтәлегенә билбау көрәше б-са халыҡ-ара турнир үткәрелә; Спорт һарайы бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина