ҒӘЙНИӘХМӘТОВ Дамир Фларит улы
ҒӘЙНИӘХМӘТОВ Дамир Фларит улы (28.1.1977, Өфө), спортсы. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2001). 15-се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе, 1995—2003 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренеры С.Н.Игнатьев). Тхэквондо б‑са Рәсәй чемп. (2000), Рәсәй чемпионаты (1999) һәм Рәсәй кубогының (2000) көмөш, Рәсәй чемпионатының бронза (2001) призёры; Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (1996, 1999, 2001— 02), һалым полицейскийҙары араһында Рәсәй чемп. (1998), хәрби хеҙм‑рҙәр араһында донъя чемпионаттарының көмөш (1996) һәм бронза (2001) призёры. Кикбоксинг б-са Рәсәй кубогының көмөш призёры (2007). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999— 2001).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина