Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАГАУЗ ТЕЛЕ

Просмотров: 1283

ГАГАУЗ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ-көнбайыш, йәки уғыҙ, төркөмө). Гагауздарҙың милли теле. Молдавияның көньяғында, Болгарияның төньяҡ-көнсығышында һәм Румынияла, Украинаның көньяҡ-көнбайышында, өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Кавказда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңгә яҡын кеше (1989). Төрөк теленә яҡын. Боронғо уғыҙ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Молдавия һәм Украина терр‑яһында ике диалекты айырыла: чадыр‑лунга-комрат (үҙәк) һәм вулканешт (көньяҡ). Әҙәби нормалары үҙәк диалект нигеҙендә формалаша һәм үҫешә. Г.т. роман һәм славян телдәренең һиҙелерлек йоғонтоһон кисерә, һөҙөмтәлә төрки телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнә хас булмаған һыҙаттарға эйә була. Фонетикаһына тартынҡыларҙың алғы рәт һуҙынҡылары алдынан һәм һүҙ аҙағында килгәндә үтә нәҙегәйеүе, өҫкө күтәрелеш һуҙынҡыларының һүҙ башында дифтонгылашыуы һәм йотлашыуы хас, сағ.: гагаузса “уон” — башҡортса “ун”, “иöлдÿ” — “үлде”. Төп морф. үҙенсәлектәре: ‑маа/‑мää м‑н тамамланған инфинитив барлыҡҡа килә (‑маға/‑мейä м‑н тамамланған төбәү килеш формаһынан): гагаузса “хазыр йардым етмаа” — башҡортса “ярҙам итергә әҙер”; шартлы теләк һөйкәлеше, күп теркәүестәр һәм теркәүес һүҙҙәр формалаша (башлыса һорау алмаштарынан һәм рәүештәрҙән); “ани” билдәләү алмашы бар: гагаузса “о таш, ани ÿстÿндä отуру(р)муш — башҡортса “ул ултырған таш”. Лексикаһында румын, молдаван, болгар һәм урыҫ телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ. Г.т. синтаксисында ябай һөйләмдә төрки телдәр өсөн традицион булған һүҙҙәр тәртибенең тулыһынса үҙгәреүе күҙәтелә: хәбәр (ҡылым йәки исем) һөйләмдең аҙағында түгел, ә эйә йәки тултырыусы алдынан килә: гагаузса “ески вакытларда вармыш бир ихтäр” (борон йәшәгән бер ҡарт) — башҡортса “борон бер ҡарт йәшәгән”, гагаузса “ооллары бакармышлар бобасына” (улдары ҡараған аталарына) — башҡортса “улдары аталарына ҡараған”. Г.т. “диил” (түгел) киҫәксәһе инҡар ителгән һүҙҙән һуң түгел, ә унан алда бирелә: гагаузса “диил беним” — башҡортса “минеке түгел”, “диил чоктан” — “күптән түгел”. Кириллицаға нигеҙләнгән яҙмаһы 1957 й. алып ҡулланыла.

Әҙәб.: Дмитриев Н.К. Строй тюркских языков. М., 1962; Покровская Л.А. Грамматика гагаузского языка. Фонетика и морфология. М., 1964; шул уҡ. Синтаксис гагаузского языка в сравнительном освещении. М., 1978.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: