Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАЙСИН Ришат Зөфәр улы

Просмотров: 1114

ҒАЙСИН Ришат Зөфәр улы (23.8. 1958, Күмертау ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). ӨАИ‑ны тамамлаған (1985). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Күмертау; тренеры М.Н.Маркин). 1977—84 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры В.Н.Самородов). Икебәйгелә РСФСР чемп. (1981—84), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982), А.П.Курынов иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Ҡазан, 1978). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996— 97) һәм Европа (1995) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—83).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: