Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛЛӘМОВ Тимур Фәнил улы

Просмотров: 1381

ҒӘЛЛӘМОВ Тимур Фәнил улы (13.5.1980, Ҡазан ҡ.), спортсы. Самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Шадринск педагогия институтын тамамлаған (2007). 1‑се ДЮСШ (Октябрьский ҡ.; тренеры — Р.Ғ.Зәлеев) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта донъя (2006—07) һәм Рәсәй (2006—08) чемпионы, Рәсәй Кубогын яулаусы (2003), донъя (2008) һәм Рәсәй (2004) чемпионаттарының, Рәсәй Кубоктарының (2001—02) бронза призёры, А.А.Харлампиев иҫтәлегенә (Мәскәү ҡ.) һәм Беларусь Республикаһы Президенты приздарына (Минск ҡ.; икеһе лә — 2003), РФ Президенты Кубогына (Мәскәү ҡ., 2007—08) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе; команда зачётында Рәсәй чемпионы (2007). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—10). 2017—20 йй. 2‑се спорт мәктәбенең директоры (Туймазы ҡ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022
Связанные темы рубрикатора: