Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИКЕ ҠАНАТЛЫЛАР

Просмотров: 1275

ИКЕ ҠАНАТЛЫЛАР (Diptera), бөжәктәр отряды. 150 ғаиләһе, 100 меңдән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 500‑ҙән ашыу төрө бар. Башының, мыйығының төҙөлөшө, пупарийҙың (көплө ҡорттоң ҡаты көбөһө) барлығы йәки юҡлығы б‑са И.ҡ. 3 ярым отрядҡа бүләләр: оҙон мыйыҡлылар, йәки серәкәйҙәр (галлицалар, бәшмәк серәкәйҙәре, оҙонаяҡтар, һыу серәкәйҙәре, еүеш бөжәктәр һ.б. ғаиләләре); ҡыҫҡа мыйыҡлы йомро йөйлөләр (яр себендәре, ҡуңыҙҙар, ҡыяҡ себендәре, каллифоридтар, йәки емтек себендәре, ҡан һурғыстар һ.б. ғаиләләре) һәм тура йөйлөләр (бызылдаҡтар, йәшелкәстәр, типкес себендәр, күгәүендәр һ.б. ғаиләләре). И.ҡ. ер (алғы) пар ярылы, үҫешкән, урта өлөшөндә киңәйгән һәм төбөндә нәҙегәйгән ҡанаты була; икенсе пары ҡыҫҡа бызылдаҡтар булып үҙгәргән. Башы йомро, хәрәкәтсән, ҙур фасеткалы күҙе бар. Мыйығы (антеннаһы) башының маңлай өлөшөндә урынлашҡан. Ауыҙ аппараты сәнсеүсе-һурыусы йәки ялаусы. Ҡорһағы сегменттарҙан тора, инә заттарҙа һуңғы сегмент — эскә тартылып торған йомортҡа һалғыс, ата заттарҙа — копулятив аппарат. Аяҡтары йөрөү өсөн, тәпәйҙәре ике тырнағы булған 5 быуынтыҡлы. Үҫеше тулы әүерелешле. Йомортҡаларын үҫемлектәргә, хайуандарҙың йөн япмаһына, тупраҡ, һыу өҫтөнә һ.б. һала. Балағорттары селәүсен һымаҡ, сәнскеләр, төктәр м‑н ҡапланған, һирәгерәк шыма, аяҡһыҙ, ҡыҫҡа мыйыҡлы йомро йөйлөләрҙең башы айырылмай. Көплө ҡорттары ирекле (асыҡ), ҡайһы берҙә хәрәкәтсән, йомро йөйлө И.ҡ. — пупарийҙа. Йылына 3—4 быуын бирә. Балағорттар, көплө ҡорттар һәм оло заттар ҡышлай. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем оса. Күпселек И.ҡ. оло заттары — тат, һеркә, үҫемлектәрҙең һуты; йыртҡыстар (типкес себендәр, һыу серәкәйҙәре) — бөжәктәр м‑н; ҡашҡа себендәр, ҡан һурғыстар, ләпәкәй себендәр, ысын серәкәйҙәр, күгәүендәр умыртҡалыларҙың ҡаны м‑н туҡлана; бабочницалар, галлицалар, һыу серәкәйҙәре һәм бөгөлсәндәр туҡланмай. И.ҡ. алағорттары үҫемлектәрҙең серегән ҡалдығы, емтек м‑н туҡлана, үҫемлектәрҙең туҡымаларында һәм имеҙеүселәрҙең, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең һ.б. тәнендә паразит булып йәшәй. Күпселек И.ҡ. сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндерә. Һыу серәкәйҙәренең балағорттары — балыҡтар һәм һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ. Серәкәйҙәр, себендәр, ҡан һурғыстар, күгәүендәр һ.б. кеше һәм хайуан ауырыуҙарын (тапма, туляремия, түләмә һ.б.) тыуҙырыусыларҙы тарата. Байтаҡ И.ҡ. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары (кәбеҫтә, һуған, сөгөлдөр себендәре, ужым һәм иген себендәре, галлицалар, ҡайһы бер ҡуңыҙҙар һ.б.) һәм кеше, .х. малдары паразиттары (тире аҫты, ашҡаҙан, танау бөгөлсәндәре, тапма серәкәйҙәре).

Р.К.Степанова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: