Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР

Просмотров: 1210

ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР (Anax imperator), энәғараҡтар отрядының энәғараҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Африкала һәм Үҙәк Азияла таралған. Ҡанаттары үтә күренмәле, оҙонлоғо 50 мм тиклем. Күҙҙәре ҙур, зәңгәрһыу йәшел төҫтә. Күкрәге йәшел, йөйҙәрендә киң ҡара һыҙыҡтар бар. Ата бөжәктең ҡорһағы зәңгәр, инә Һ.‑и. — йәшел йәки зәңгәрһыу йәшел, арҡа яғында буйға һуҙылған ҡара һыҙыҡ була. Аяҡтары оҙон сәнскеле, осҡанда бөжәктәрҙе тотоу өсөн “кәрзин” барлыҡҡа килтерә. Ҡарышлауыҡтары аҡмаған йәки бер аҙ аҡҡан һыу ятҡылыҡтарында 1—2 йыл үҫешә. Имаго ҡарышлауыҡтарҙан май аҙағында сыға. Август уртаһына тиклем оса. Оло Һ.‑и. — осар бөжәктәр (башлыса хирономидалар), ҡарышлауыҡтары һыу умыртҡаһыҙҙары, балыҡ селбәрәләре һәм сүмесбаштар менән туҡлана. Ата бөжәктәр һыу ятҡылыҡтары янында, инә Һ.‑и. урман ситтәрендә, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа, урман һыҙаттарында йәшәй. БР‑ҙың Белорет, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Ишембай һәм Учалы (Ҡарағайлы күле) райондарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022