Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРПЕ

Просмотров: 866

ТЕРПЕ (Erinaceus europaeus), бөжәк ашаусылар отрядының терпеләр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20—30 см, ауырлығы 700—800 г. Мороно оҙонса, осло; ҡолаҡтары ҡыҫҡа. Башы һәм ҡорһағы — ҡаты шырт йөн, арҡаһы һәм ян‑яғы оҙонлоғо 3 см тиклем еткән ҡаты энәләр м‑н ҡапланған. Төҫө көрән, аҡһыл йәки ҡарағусҡыл көрән. Мускулатураһы яҡшы үҫешкән, бигерәк тә ҡуласа мускулдары, улар ҡыҫҡарғанда кәүҙәһе шар формаһын ала. Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 2‑се йылына өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 2‑нән алып 8‑гә тиклем һуҡыр бала тыуҙыра. Яҡынса 6 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала. Бөжәктәр, сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ерҙә оя ҡорған ҡоштарҙың йомортҡаһы һәм балалары, һирәгерәк еләк‑емеш м‑н туҡлана. Урман ситтәрендә, аҡландарҙа, йылға буйҙарында, баҫыу һаҡлағыс һыҙаттарҙа, парктар һәм баҡсаларҙа йәшәй. Ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа, сыбыҡ‑сабыҡ һәм ҡоро япраҡ өйөмдәрендә бер нисә оя ҡора. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. А.х. зыян килтергән умыртҡа һыҙҙарҙы юҡ итә, кешенең ҡайһы бер ауырыуҙарын, ш. иҫ. талпан энцефалитын, таратыусыларҙың хужаһы булып тора.

В.А.Валуев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019