Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАБАН ТУРҒАЙҘАРЫ

Просмотров: 1383

ҺАБАН ТУРҒАЙҘАРЫ (Alaudidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 75 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 5 төрө осрай. Һайраусы күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—40 г. Күпселек төрҙәре һорғолт көрән, ерәнһыу көрән, һирәгерәк аҡһыл көрән (ҡорһаҡ яғы һарғылт аҡ) төҫтә, мөгөҙлө Һ.т. боғағында ҙур ҡара тап бар. Башы эре. Ҡанаттары оҙон, киң. Шәп оса, ата ҡоштар өсөн һайрау менән оҙатылған “дерелдәүсе осош” хас. Аяҡтары ҡыҫҡа, ерҙә йөрөү өсөн яҡшы яраҡлашҡан (артҡы бармағының оҙон тибенге һымаҡ тырнағы була). Артҡы өлөшөндәге табан һөйәге йомро, бер нисә мөгөҙ ҡалҡансығы менән ҡапланған. Ҡойроғоноң осонда тәрән булмаған уйым бар. Ҡайһы бер төрҙәр өсөн енси диморфизм хас: ата буҙ Һ.т. ҙурыраҡ һәм сағыуыраҡ төҫтә, ата ҡара Һ.т. ҡара төҫтә була. Моногамдар. Ерҙәге үлән араһында яһалған соҡорҙарҙа оя ҡора. Йылына 2 тапҡыр бала сығара, ояла бысраҡ аҡ йәки көрәнһыу төрткөлө һарғылт төҫтәге 2—6 йомортҡа була. Башлыса инә ҡош 12—16 көн баҫа. Бөжәктәр, үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана. Башҡортостанда баҫыу Һ.т. киң таралған, буҙ Һ.т. күбеһенсә көньяҡта осрай, миҙгелгә бәйле осоштар ваҡытында урман Һ.б. туҡтай, ҡыш көнө ҡара Һ.т. һәм мөгөҙлө Һ.т. осоп килә. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022