Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҺЫЛДАҠ ТӘЛМӘРЙЕН

Просмотров: 769

УҺЫЛДАҠ ТӘЛМӘРЙЕН (Bombina bombina), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары отрядының йомро теллеләр ғаиләһенә ҡараған ер‑һыу хайуаны. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 6 см тиклем. Тиреһе суғырмаҡлы, ағыулы биҙҙәре бар, кәүҙәһенең өҫкө яғы көрәнһыу һоро, аҫҡыһы — күкһел ҡара таптары булған ҡыҙыл йәки сағыу ҡыҙғылт һары төҫтә. Ҡолаҡ ярыһы юҡ. Күҙ ҡараһы өсмөйөш рәүешендә. Тештәре өҫкө яңағында ғына бар, теле ҡалын, диск формаһында, аҫҡы яғы тулыһынса беркетелгән (табышты эләктереү өсөн ауыҙ ҡыуышлығынан ташланмай). Артҡы аяҡтарының бармаҡтары йөҙгөс ярылар м‑н тоташтырылған. Енси диморфизм хас: ата тәлмәрйендәр вағыраҡ, парлы резонаторҙары бар. Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә. Инә тәлмәрйен һыу аҫты үҫемлектәренә 2—10‑шар бөртөкләп 300—400 ыуылдырыҡ сәсә. Ыуылдырыҡтары — 4—10, сүмесбаштары 50—70 көн үҫешә. Селбәрәләре авг. башында килеп сыға. 10 йылдан артыҡ йәшәй, шарттар тыуҙырғанда — 29 йылға тиклем. Көндөҙ һәм эңерҙә әүҙем. Йофарҙың, ҡыр сысҡандарының һ.б. өңдәрендә, соҡорҙарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарындағы йомшаҡ тупраҡта, тораҡ ҡаралты аҫтарында, баҙҙа ҡышлай. Ҡурҡыныс тыуғанда ҡорһағының сағыу төҫөн күрһәтеп, арҡаһын бөгә. Серәкәйҙәрҙең ҡарышлауыҡтары, һыу умыртҡаһыҙҙары, селәүсендәр һәм үрмәкселәр м‑н туҡлана. Йылға үҙәндәренең дымлы участкаларында, яҙғы‑йәйге осорҙа — яҡшы йылынған аҡмай торған йәки аҙ ағымлы һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Башҡортостанда урманлы дала һәм урман зоналарында осрай.

Әҙәб.: Х а б и б у л л и н В.Ф. Земноводные и пресмыкающиеся Республики Башкортостан. Уфа, 2003.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019