Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛАН-ҠУҢЫҘ(Lucanus cervus)

Просмотров: 1091

БОЛАН-ҠУҢЫҘ (Lucanus cervus), ҡаты ҡанатлылар отрядының мөгөҙлө ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала һәм Төньяҡ Африкала таралған. Инә ҡуңыҙҙың тән оҙонлоғо 28—45 мм, атаныҡы 30—55 (өҫкө яңағы м‑н бергә 75 мм тиклем). Төҫө ҡара, ҡанат өҫтө көрән. Енси диморфизм хас: ата бөжәктең өҫкө яңағы формаһы м‑н болан мөгөҙөнә оҡшаған (инә бөжәк өсөн турнир һуғыштарында ҡулланыла). Йомортҡаһы оҙонса, оҙонлоғо 2,2 мм тиклем, ағас ҡыуыштарына, серек түңгәктәргә йәки ағас олондары төбөндәге тупраҡҡа һала. Балағорто аҡ, оҙонлоғо 13,5 см тиклем, яҡынса 5—6 йыл үҫешә. Йәш ҡуңыҙҙар майҙа сыға, көндөҙ һәм эңерҙә әүҙем. Ағас (башлыса имән) олононоң һуты м‑н туҡлана, балағорто — серек үҙағас м‑н. БР‑ҙа имән, һирәгерәк Архангел, Ғафури, Кушнаренко һәм Өфө р‑ндарының ҡатнаш урмандарында йәшәй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019