Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺОРО ТОРНА

Просмотров: 986

ҺОРО ТОРНА (Grus grus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Америка һәм Антарктиданан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 115—125 см, ауырлығы 4—7 кг (ата ҡош эрерәк), ҡанат йәйеме 200 см ашыу. Ҡауырһыны һоро, ҡанат остары ҡара төҫтә. Башы һәм муйыны ҡара, ике яҡ ситендә күҙҙәренән төшкән аҡ һыҙат була. Түбәһенең артҡы өлөшөндә һәм соңҡаһында һирәк нәҙек сәс кеүек ҡауырһындар менән ҡапланған ҡыҙыл тире өлөшө бар. Суҡышы йәшкелт көрән, осона табан аҡһылыраҡ төҫтә. Муйыны һәм аяҡтары оҙон. Моногам. Ояһы — тупраҡтағы ҙур булмаған уйым; йоҡа итеп ҡоро һабаҡтар һәм үләндәр түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла көрәнһыу‑ерән таплы ҡыҙғылт көрән, ҡайһы берҙә йәшкелт көрән төҫтәге 2—3 йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош 28—30 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Башлыса үҫемлектәр (еләктәр, орлоҡтар, үҫемлек үренделәре), шулай уҡ ваҡ балыҡтар, тәлмәрйендәр, сысҡан һымаҡ кимереүселәр, бөжәктәр менән туҡлана. Һыу ятҡылыҡтары янында, һаҙлыҡтарҙа һәм һыубаҫар болондарҙа йәшәй. БР‑ҙың бөтә территорияһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022