Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВ Булат Тәлғәт улы

Просмотров: 1375

ҒӘНИЕВ Булат Тәлғәт улы (28.5.1949, ТАССР-ҙың Урыссу ҡсб), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2013). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). БДУ-ны тамамлаған (1972). 1980—2021 йй. БДПУ-ла эшләй: 1994—2004 йй. вузға тиклемге белем биреү факультеты деканы, 2004—12 йй. сит телдәр кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм тел ғилеменең теоретик мәсьәләләренә: тел һәм телмәр ҡаршылыҡтарын һәм парадокстарын анализлауға (логик, семантик һәм прагматик аспекттарҙа) һәм һинд-европа телдәре (урыҫ, инглиз, грек, испан, фарси, санскрит һ.б.), семит телдәре (ғәрәп, иврит), төрки телдәр (башҡ., тат., төрөк һ.б.), фин-уғыр телдәре (венгр, фин), ҡытай һәм япон телдәре материалдарында лингвистик нуллификация проблемаларына арналған. “Салауат башҡорт фольклорында. Салават в башкирском фольклоре. Salawat in bashkir folklore” китабын һ.б. инглиз теленә тәржемә итә (2008). “Беҙҙең Таня” (2018), “СССР ҡыҙы” (2019) һ.б. иҫтәлек китаптарын төҙөүсе һәм авторҙашы.

Хеҙм.: Противоречия в языке и речи. Уфа, 2004; Русский парадокс. Уфа, 2012; Язык и ничто. Кн. 1. Уфа, 2018;

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2022
Связанные темы рубрикатора: