Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИПОВ Талмас Мәғсүм улы

Просмотров: 1586

 

ҒАРИПОВ Талмас Мәғсүм улы (31.7.1928, Мәскәү ҡ. — 19.5.2022, Өфө ҡ.), тел белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). МДУ‑ны тамамлаған (1952). 1956—65 йй. ТТӘИ‑лә эшләй (1957 й. алып ғилми секретарь, 1960 й. — сектор мөдире, 1965 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1966 й. башлап БДУ‑ла (1968 й. алып дөйөм тел ғилеме һәм урыҫ теле кафедраһы, 1977 й. — урыҫ теле һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире); 1980 й. башлап БДПУ‑ла (2010 й. тиклем дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире).

Фәнни тикшеренеүҙәре Урал‑Волга буйы төрки телдәрен сағыштырма‑тарихи өйрәнеүгә, башҡ. теленең грамматикаһы, этимологияһы проблемаларына, тел‑ара бәйләнештәргә, социолингвистикаға, башҡорт тел ғилеме тарихына, шәрҡиәткә арналған. Ғ. тарафынан башҡ. һәм тат. телдәренең, уларҙың диалекттары һәм һөйләштәренең фонетикаһы, морфологияһы һәм лексикаһының уртаҡ һәм айырмалы билдәләре асыҡлана [“Урал-Волга буйының ҡыпсаҡ телдәре. Синхроник һәм диахроник ҡылыҡһырлау тәжрибәһе” (“Кыпчакские языки Урало‑Поволжья. Опыт синхронической и диахронической характеристики”; 1979)]. Бадминтон буйынса БАССР‑ҙың тәүге чемпионы (1966); 1965—81 йй. БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2018).

  Әҫәрҙ.: Башкирское именное словообразование. Уфа, 1959; Грамматика современного башкирского языка. М., 1981 (авторҙ.); Семиречие Башкортостана. Семиязычный словарь. Уфа, 1998; Bas˘kirica. Уфа, 2004.

  Әҙәб.: Полвека в науке и просвещении: публикации Т.М.Гарипова и о нём. Уфа, 2003; Грунина Э.А. Т.М.Гарипов: к 80‑летию учёного //Вопросы тюркской филологии. Вып. 8. Материалы Дмитриевских чтений. М., 2009.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0