Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”

Просмотров: 2297

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ” (“Грамматика башкирского языка”), Н.К.Дмитриев монографияһы (М.—Л., 1948; 2‑се баҫма — М., 2008). Хеҙмәт башҡорт тел ғилеме һәм төркиәт ҡаҙаныштары нигеҙендә, экспедициялар, фольклор, һөйләү теле материалдарын файҙаланып яҙылған. Башҡ. тел ғилемендә әҙәби башҡ. теленең фонетикаһын һәм грамматикаһын системалы тасуирлауға арналған тәүге фундаменталь хеҙмәт. 3 бүлектән тора. “Фонетика” бүлегендә башҡ. теленең фонетик системаһына тәүге тапҡыр классификация яһала, айырым һуҙынҡыларҙың (ҡара: Вокализм) һәм тартынҡыларҙың (ҡара: Консонантизм) тарихи үҫеше мәсьәләләре яҡтыртыла, телмәр ағышындағы фонетик үҙгәрештәрҙең төрҙәре (ассимиляция, диссимиляция, протеза, редукция, элизия), сингармонизм һәм баҫым тураһында мәғлүмәт бирелә. “Төп морфологик төшөнсәләр” бүлегендә тәүге тапҡыр төп грамматик категориялар айырып күрһәтелә, һөйләм киҫәктәре, уларҙың һүҙьяһалыштағы үҙенсәлектәре һүрәтләнә. “Ябай һөйләм синтаксисының төп мәсьәләләре” бүлегендә ябай һөйләмдә һүҙ тәртибе, изафет ттураһында мәғлүмәт бирелә, эйәрсән һөйләмдәрҙең төп төрҙәре ентекләп ҡарала, килештәрҙең синтаксик функциялары асыҡлана. Монография башҡ. теленә тәржемә ителгән (Өфө, 1950).

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.05.2023
Связанные статьи: