Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛАҒУТ

Просмотров: 608

ИЛАҒУТ (Lythrum), илағут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда талъяпраҡ И. һәм сыбыҡ И. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы, төҙ, тармаҡлы, 50—150 см бейеклектә. Япрағы ябай, ланцет рәүешендә, ултырма, ҡапма‑ҡаршы йәки суҡлы теҙелешле. Сәскәһе алһыу йәки ҡуйы ҡыҙыл, япраҡ ҡуйынында, һепертке йәки тәлгәш сәскәлеккә йыйылған. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә. Һыу буйында, һаҙлыҡта, һаҙлы болонда һәм урманда үҫә; республиканың бөтә территорияһында таралған. Декоратив, баллы үҫемлек, буяу үләне. Составында дуплау матдәләре бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023