Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИАТОМ ЫЛЫМЫҠТАР

Просмотров: 1034

ДИАТОМ ЫЛЫМЫҠТАР, кремнийлы ылымыҡтар (Diatomea, Bacillariophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Төрлө мәғлүмәттәр б‑са, 12—25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында сөсө һәм тоҙло һыуҙа, тупраҡтың өҫкө ҡатламдарында һ.б. таралған. Микроскопик ҙурлыҡтағы (4—2000 мкм) бер күҙәнәкле эукариотик, яңғыҙ йәки колониаль ылымыҡтар. Беркетелгәндәр йәки ирекле йәшәүселәр (хәрәкәтһеҙҙәр, һирәк осраҡта хәрәкәт итеүселәр). 2 өлөштән торған ҡаты кремнезём тышса (панцирь) м‑н ҡапланған. Һәр береһе ҡапҡастан һәм уға йәбешкән балдаҡтан тора. Ҙур ҡапҡас (эпитека) бәләкәйен (гипотека) балдаҡ м‑н уратып ала. Центрик Д.ы. ҡапҡасы радиаль‑симметрик формала, ҡауырһын һымаҡ, йәки пеннат Д.ы. — ике яҡлы симметрик. Хлоропластарында диатомеяларға асыҡ һары йәки көрән төҫ биреүсе a һәм c хлорофилдары, каротиндар, ксантофилдар бар. Ассимиляция продукттары (май, волютин, хризоламинарин) цитоплазмала һәм вакуолдәрҙә урынлашҡан. Төп үрсеү ысулы — вегетатив (күҙәнәктәрҙең икегә бүленеүе). Күп тапҡыр бүленеү күҙәнәктәрҙең яйлап бәләкәйләнеүенә килтерә, уны тергеҙеү ауксоспоралар барлыҡҡа килеү м‑н барған енси процесс һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Енси процесы изогам, гетерогам, оогам. Үҫеш циклы гаметик редукция м‑н диплоидлы фазала бара. Диңгеҙ һәм океандар альгофлораһының 80%‑ын тәшкил итәләр. Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында Д.ы. башлыса тоҙ миҡдары күп булған эвтроф күлдәрҙә (йышыраҡ тигеҙлек күлдәрендә) осрай. Планктон, бентос һәм перифитон (һыу организмдары бергәлектәренең) составына инә. Д.ы. — органик матдәләрҙең иң мөһим продуценты, һыу экосистемаларының туҡланыу сылбырының төп звеноһы, кремний әйләнешендә мөһим әһәмиәткә эйә. Һулығандан һуң диатом һәм сапропель ләм, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек, нефть һәм химия сәнәғәтендә ҡулланылған кремнийлы ултырма тау тоҡомо – диатомит барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер Д.ы. эпифиттар булып тора, йыш осраҡта һыуҙың “сәскә атыуына” килтерә; мелозира, ницшия һымаҡтар затына ҡараған айырым төрҙәре – һыу бысрныуының күрһәткесе.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019