Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛ ДИКРАНУМ

Просмотров: 820

ЙӘШЕЛ ДИКРАНУМ (Dicranum viride), мүк һымаҡтар төрө. Ҡараһыу йәшел төҫтәге кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе ос емешле ике өйлө күп йыллыҡ мүк, бейеклеге 1—5 см. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы. Япраҡтары ланцет формаһында, осло, мурт; аҫҡылары — һабаҡтан ситкә китеүсе; өҫкөләре — боролмалы, һабаҡҡа яҡын үҫеүсән. Ҡумтаһы оҙон һапта. Спорогондары һирәк барлыҡҡа килә. Башлыса вегетатив юл м‑н, япраҡтарының өҫкө өлөштәренән үрсей. Күләгәле ҡарт урмандарҙа серек үҙағаста, япраҡлы, һирәгерәк ылыҫлы ағас олондарының аҫҡы өлөшөндә, ҡайһы берҙә тупраҡта үҫә. Мәләүез (Башҡортостан милли паркы), Белорет, Ғафури, Йылайыр, Нуриман (Павловка һыуһаҡлағысы ярҙарында), Бөрйән (Шүлгәнташ ҡурсаулығы) р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, Европаның мүк һымаҡтар ҡыҙыл китабына (1995) индерелгән.

Э.З.Бейешева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: