Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒУНА ҮЛӘНЕ

Просмотров: 804

АҒУНА ҮЛӘНЕ (Dryas), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең төньяҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда киҫек япраҡлы А.ү. үҫә. Түшәлеп үҫеүсе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡ, бейеклеге 15 см тиклем. Япрағы ябай, йомортҡа формаһында йәки оҙонса, сите тешле, тиресәле, өҫ яҡтан ялтыр, аҫтан аҡ төклө, һаплы. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ, оҙон төҙ һапта. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, июль—августа өлгөрә. Ирәмәл һәм Ямантау түбәләрендәге тау тундраһында осрай. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023
Связанные статьи: