Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛҒЫУАҠ

Просмотров: 816

БАЛҒЫУАҠ, талүлән (Genista), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 75 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙҙә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ҡыуаҡ һәм ярым ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ҡуйы төклө йәки төкһөҙ, бейеклеге 60—150 см тиклем. Буяу Б. япраҡтары ланцет йәки йомортҡа‑ланцет формаһында, герман Б. — оҙонса йәки эллиптик, йөнтәҫ, һеңерсәләре буйынан‑буйына төклө. Сәскәһе тәлгәш сәскәлектә, һары, алтынһыу һары төҫтә, йомортҡа-эллипс йәки йөрәк формаһындағы елкән, төклө йәки төкһөҙ кәмәле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июль—авг. өлгөрә. Герман Б. киң япраҡлы-ылыҫлы урманда һәм уның ситтәрендә үҫә, Нуриман р‑нында табылған. Буяу Б. респ. бөтә терр‑яһында һирәкләнгән урмандарҙа, аҡландарҙа, ҡомло һәм аҡбурлы битләүҙәрҙә таралған. Б. составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Буяу Б. — ағыулы үҫемлек; япраҡтарынан, һабаҡтарынан, сәскәләренән туҡымалар өсөн һары буяу алына.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019