Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМӘН

Просмотров: 1200

ИМӘН (Quercus), бук һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 450—600 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай, йәки йәйге И. үҫә. 150 йәшкә етә, яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры пирамида рәүешендә йәки йәйенке, олоно төҙ, бейеклеге 25 м тиклем, диам. 0,8 м тиклем. Япрағы ябай, сиратлы, ҡауырһынлы‑айырсалы, остары йомро йәки уйымлы, һаптары ҡыҫҡа. Сәскәһе ваҡ, күркһеҙ, айырым енесле, 6—8 өлөшлө ябай каса һымаҡ сәскә эргәлеге бар: ата – һалынҡы алҡаларға йыйылған редукцияланған дихазияларҙа; инә – күбеһенсә бер сәскәле дихазияларҙа, төбөндә каса һымаҡ ялпаҡса м‑н уратып алынған, ултырма йәки оҙонайтылған сәскәлектә. Майҙа сәскә ата. Емеше – сәтләүек, авг. аҙ.—сент. өлгөрә. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш макробитләүенең киң япраҡлы урмандарында үҫә. И. баҫыу һаҡлаусы урман һыҙаттарын булдырғанда киң ҡулланыла. И. үҙағасы — мебель сәнәғәтендә, судно төҙөүҙә, төҙөлөштә, мискә яһауҙа һәм яғыулыҡ булараҡ; ҡайырыһы медицинала, дуплау матдәләре алыу өсөн файҙаланыла; сәтләүеге — күп йорт хайуандары, урман имеҙеүселәре һәм ҡоштар өсөн аҙыҡ.

Әҙәб.: Горчаковский П.Л. Растения европейских широколиственных лесов на восточном пределе их ареала. Свердловск, 1968; Попов Г.В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). Уфа, 1980.

Н.А.Мартьянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.06.2023