Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘТРҮШ

Просмотров: 1113

МӘТРҮШ (Origanum), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, башлыса Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ябай М. үҫә. Тармаҡлы, йәйелеүсән тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы дүрт ҡырлы, төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 30—60 см. Япрағы йомортҡа формаһында, өс һеңерсәле, өҫ яҡтан ҡара йәшел, аҫтан көлһыу йәшел төҫтә. Сәскәләре ваҡ, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ҡалҡан-һепертке сәскәлегенә йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше 4 сәтләүектән тора, авг.—сент. өлгөрә. Урман ситендә, тау битләүендә, ҡыуаҡлыҡ араһында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы үҫемлеге, дарыу үҫемлеге, баллы үҫемлек, ашарға яраҡлы үҫемлек. М. составында эфир майҙары бар, парфюмерияла ҡулланыла. 

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019