Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы

Просмотров: 1427

ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892 й. сентябре, Һамар губернаһы Ташбулат‑Күстән а., хәҙер Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы Таш-Күстән а., — 7.12.1937, Өфө ҡ.), тел белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында — мәҙрәсә (1910), Ленинград көнсығыш институтын (1931) тамамлаған. 1918 й. алып Ташбулат-Күстән ауыл советы рәйесе, 1920 й. — инспектор, 1921—22 йй. Туҡ-Соран кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1925—29 йй. Өфө ҡ. 2‑се баҫҡыс В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатта уҡытыусы. 1931 й. башлап К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтында уҡыта, 1934 й. — башҡ. теле кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. теленең орфографияһы, диалектологияһы проблемаларына арналған. Башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм практик мәсьәләләрен эшләүҙә ҡатнаша. “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге”н (1930) төҙөүсе, “Йәш быуын. Бөтөн һүҙҙәр менән яҙылған башҡортса әлепбей” (1929; З.Н.Айыуханов менән берлектә) тип аталған латиницаға нигеҙләнгән башҡ. телендәге тәүге әлифба, “Башҡорт дәүләт пединститутының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек” (1935) исемле вуздар өсөн тәүге башҡ. теле дәреслеге авторы. БашҮБК ағзаһы (1929 й. алып). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. БДУ‑ның роман‑герман филологияһы факультеты бинаһына Д. мемориаль таҡтаташ (2020), Һамар өлкәһе Оло Глушица а. һәйкәл (2022) ҡуйылған.

 Х е ҙ м.: Башҡорт теле һәм уны дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре. Өфө, 1929; Әсә теленән эш китабы. Өфө, 1931 (авторҙ.).

Ю.В.Ергин, М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.06.2023
Связанные темы рубрикатора: