ҒИМРАНОВ Вәлийән Вәлиулла улы
ҒИМРАНОВ Вәлийән Вәлиулла улы (26.2.1952, Чкалов өлк. Пилюгино а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2006), проф. (2007). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ уҡыта: 2009 й. алып ветеринария ф‑ты деканы, 2012 й. — морфология, патология, фармация һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре һыйыр малында яра процесын өйрәнеүгә, тояҡтарҙың хирургия ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүҙең комплекслы ысулдарын нигеҙләүгә һәм эшләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Патоморфологическая и ультраструктурная характеристика гнойно-некротических процессов в области пальцев у крупного рогатого скота. Уфа; М., 2009 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова