Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУЩИН Пётр Яковлевич

Просмотров: 1088

ГУЩИН Пётр Яковлевич (9.6.1937, Азов-Черноморск крайының 15‑се Совхоз ҡсб — 21.8.2006, Өфө), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) 1968 й. тиклем Ырымбур өлк. Я.М.Свердлов ис. с‑зында баш ветеринар врач булып эшләй, 1972 й. алып Ҡурған а.х. ин‑тында уҡыта. 1981 й. башлап БДАУ‑ҙа (1994 й. алып хайуандар физиологияһы, патофизиология һәм биохимия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының физиологик-биохимик процестары ритмдарына  цикллы гелиогеофизик факторҙарҙың тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. Г. тарафынан көйшәүсе малдар бауырының, ашҡаҙан аҫты биҙенең тышҡы секреция эшмәкәрлегенең һәм гастродуоденаль бүлегенең моторик функцияһының, тауыҡтарҙың, өйрәктәрҙең нервы системаһы ҡуҙғыусанлығының ритмик законлылыҡтары асыҡлана, биоритмдарҙы иҫәпкә алып биологик актив матдәләр ҡулланғанда а.х. малдарының продуктлылығын арттырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә, улар БР‑ҙың а.х. производствоһына индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проблемы ветеринарной медицины и пути их решения в условиях Зауралья Республики Башкортостан. Уфа, 1998 (авторҙ.); Низкочастотные биоритмы у сельскохозяйственных птиц. Уфа, 2004 (авторҙ.).

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019