ДЕМЕНТЬЕВ Евгений Павлович
ДЕМЕНТЬЕВ Евгений Павлович (10.4.1939, Смоленск өлкәһе Старое Широкое а. — 27.2.2021, Өфө ҡ.), ветеринар врач. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БАССР‑ҙың атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Мәсетле район ветеринария станцияһында ветеринар врач булып эшләй. 1969 й. алып БДАУ‑ҙа (1994—2009 йй. зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария‑санитария экспертизаһы кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төрлө техноген факторҙар (һауаның бысраныуы, тауыш һ.б.) тәьҫиренә ауыл хужалығы малдарының тәбиғи ҡаршы тороусанлығы формалашыуын өйрәнеүгә арналған. Д. тарафынан һауаны яһалма рәүештә ионлаштырыу технологияһы эшләнгән, ул БР, РФ һәм Белоруссияның сусҡасылыҡ комплекстарында индерелгән.
Хеҙм.: Влияние аэроионизации на естественную резистентность и иммунный статус телят, вакцинированных против сальмонеллёза. Уфа, 2006 (авторҙ.); Гигиеническое и экологическое значение аэроионного спектра атмосферы и воздуха животноводческих помещений. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова