Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ

Просмотров: 1758

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ, ҡыуаҡан диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы, Әбйәлил р‑ндарында, БР‑ҙың Баймаҡ һәм Бөрйән р‑ндарының төньяҡ‑көнбайышында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе өлк. таралған. К.д. 7 һөйләш айырыла: арғаяш, асыуҙы (учалы), күбәләк, ҡыҙыл, мейәс, һалйот һәм әй һөйләштәре. Әй һөйләше — дыуан-мәсетле, лағыр, лапаҫ, петрушкан (бөтөрөшкән); арғаяш — ялан-ҡатай; ҡыҙыл һөйләше – ҡыпсаҡ; күбәләк — күбәләк, тиләү, иҙел башы һөйләшсәләренән тора.

К.д. төп фонетик билдәләре: [ж], [з], [л], [м], [н], [ң] тартынҡыларына тамамланған нигеҙҙән һуң һүҙ яһаусы аффикстың тәүге [л] өнө урынына [д] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби “данлыҡлы” дан[л]ыҡлы — диалектта дан[д]ыҡты, “елле” ел[л]е — ел[д]е һ.б.; [у], [ү], [ҙ], [й], [р] өндәренән һуң [л] урынына [ҙ] ҡулланыу: әҙәби “йәйләү” йәй[л]әү — диалектта йәй[ҙ]әү, “барлыҡ” бар[л]ыҡ — бар[ҙ]ыҡ һ.б.; һаңғырау тартынҡынан һуң [л] урынына [т] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби “ҡартлыҡ” ҡарт[л]ыҡ — диалектта ҡарт[т]ыҡ, “аслыҡ” ас[л] ыҡ — ас[т]ыҡ һ.б. Бынан тыш, әй һәм мейәс һөйләштәрендә [өй] ҡушылмаһының [ү] һуҙынҡыһына күсеүе күҙәтелә: әҙәби “өйрәк” [өй] рәк — диалектта [ү]рҙәк, “һөйрәтеү” һ[өй]рәтеү — һ[ү]рәтеү һ.б.; [й] урынына [ж] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби “йыйыу” [й]ыйыу — диалектта [ж]ыйыу, “йәйәү” [й]әйәү — [ж]әйәү һ.б.; арғаяш һөйләшендә — һүҙ уртаһында һәм аҙағында яңғырау [ҙ] тартынҡыһының һаңғырауланыуы: “ҡуҙғалаҡ” ҡу[ҙ]ғалаҡ — диалектта ҡу[ҫ]ҡалаҡ, “ҡыҙ” ҡы[ҙ] — ҡы[ҫ] һ.б.; [ҫ] һаңғырау тартынҡыһының яңғырауланыуы: әҙәби “аҫыл” а[ҫ]ыл — диалектта а[ҙ]ыл һ.б.; һалйот һөйләшендә [ҫ] һәм [ҙ] урынына [һ] ҡулланыу: әҙәби “ҡыҙ” ҡы[ҙ] — диалектта ҡы[һ], “баҫым” ба[ҫ]ым — ба[һ]ым һ.б.; ҡыҙыл һөйләшендә [г] һәм [ғ] яңғырау тартынҡыларының һаңғырауланыуы: әҙәби “ғазап” [ғ]азап — диалектта [ҡ]азап, “гөнаһ” [г]өнаһ — [к]өнаҫ һ.б.

К.д. төп грамматик билдәләре: һүҙ яһаусы ‑ҡаҡ/‑кәк, ‑ғаҡ/‑гәк, ‑маҡ/‑мәк, ‑шыҡ/‑шек, ‑тылыҡ/‑телек, ‑дылыҡ/‑делек, ‑ҙылыҡ/‑ҙелек аффикстарының йыш ҡулланылыуы: “әрҙәшкәк”, “һикелтмәк”, “ҡыйшыҡ”, “уңғандылыҡ” һ.б.; архаик формалағы ‑ың/‑ең аффикслы бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымдарҙың ҡулланылыуы: әҙәби “ҡайтығыҙ” — диалектта “ҡайтың” һ.б.; ҡылымдарҙың ‑ҡалы/‑кәле, ‑ғалы/‑гәле, ‑маҡ/‑мәк, ‑маҡа/‑мәкә аффикстары аша бирелгән инфинитив формаһы: әҙәби “барырға, күрергә кәрәк” — диалектта “барғалы, күргәле кәрәк”, “алырға теләй” — “амаҡа була” һ.б.

Әҙәб.: Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. 1се т. Көнсығыш диалект. Өфө, 1967; Шәкүр Р. Башҡорт диалектологияһы. Өфө, 2011; Миржанова С.Ф. Башкирская диалектология. Говоры юго-востока Башкирии. Уфа, 1963

М.И.Дилмөхәмәтов, Н.Х.Ишбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдтинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: