Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ

Просмотров: 1659

ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Борай, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Краснокама, Кушнаренко, Ҡариҙел, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы, Тәтешле, Шаран, Яңауыл р‑ндарында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш ТР, Пермь крайы һәм Свердловск өлк. таралған. Т.‑к.д. 5 һөйләш айырыла: ғәйнә, ҡариҙел, танып, түбәнге ағиҙел‑ыҡ, урта урал. Т.‑к.д. төп фонетик билдәләре: [с] тартынҡыһы урынына [ч] тартынҡыһын ҡулланыу — әҙәби телдә “аҡсарлаҡ” аҡ[с] арлаҡ — диалектта аҡ[ч]арлаҡ һ.б.; һүҙҙәр башында [й] тартынҡыһы урынына [ж] ҡулланыу — әҙәби телдә “йомғаҡ” [й] омғаҡ — диалектта [ж]омғаҡ һ.б.; [өй] ҡушылмаһының [ү] һуҙынҡыһына күсеүе — әҙәби телдә “өйрәнеү” [өй]рәнеү — диалектта [ү]рәнеү, “һөйләү” һ[өй]ләү — с[ү]ләү һ.б.; ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә [һ] тартынҡыһының төшөп ҡалыуы — әҙәби телдә “һәйбәт” [һәйбәт] — диалектта [әйбәт] һ.б. Шулай уҡ ҡариҙел һөйләшендә [рт], [лт], [мт], [нт], [мк], [мҡ], [нҡ], [ңҡ] диссимилятив ҡушылмаларын ҡулланыу (көньяҡ диалекттың урта һөйләшендәге кеүек) күҙәтелә: әҙәби телдә “бында” бы[нд]а — диалектта мы[нт]а, “барҙы” ба[рҙ]ы — ба[рт]ы һ.б.; аффикстар һәм киҫәксәләр башындағы [л], [н], [д] урынына [ҙ] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә “ҡалала” ҡала[л]а — диалектта ҡала[ҙ]а, “барһа ла” барһа [л]а — барһа [ҙ]а һ.б.; [өй] ҡушылмаһының [и] һуҙынҡыһына ([р] тартынҡыһы алдынан булған позициянан тыш) күсеүе — әҙәби телдә “төймә” т[өй]мә — диалектта т[и]мә һ.б.; [ы] һәм [эе] һуҙынҡыларының иренләшеүе: әҙәби телдә “шыма” ш[ы]ма — диалектта ш[оо]ма, “сепрәк” с[эе]прәк — с[ө]прәк һ.б. Т.‑к.д. төп грамматик билдәләре: һүҙ яһаусы ‑ма/‑мә, ‑ыҡ/‑ек аффикстарының продуктивлығы — “болама”, “ҡатыҡ” һ.б.; ҡылымдың үткән заман формаһының ‑ғаныйы/‑гәнейе аффиксы һәм әҙәби телдәге ‑ғайны /‑гәйне варианты м‑н йәнәш йәшәп килеүе — әҙәби телдә “саҡырғайным” — диалектта “чаҡырғаныйым” һәм “чаҡырғайным”, “үҫтергәйнек” — “үстергәнейек” һәм “үстергәйнек” һ.б., бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымдың архаик формаһы м‑н ‑ың/‑ең аффиксы килеүе — әҙәби телдә “алығыҙ” — диалектта “алың”, “китегеҙ” — “китең” һ.б., ҡылымдың 2‑се затындағы парадигмаһында берлектәге (‑сың/‑сең һәм ‑сын/‑сен) һәм күплектәге (‑сыз/‑сез һәм ‑сығыҙ/‑сегеҙ) аффикс варианттары ҡулланыу — әҙәби телдә “һорайһың” — диалектта “сурайсың” һәм “сурайсын”, “бараһығыҙ” — “барасыз” һәм “барасығыҙ” һ.б.

Әҙәб.: Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. 3сө т. Көнбайыш диалект. Өфө, 1987; М и р ж а н о в а С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние). Уфа, 1991; Ш ә к ү р Р. Башҡорт диалектологияһы. Өфө, 2011.

М.И.Дилмөхәмәтов, Н.Х.Ишбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: