Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНЬЯҠ ДИАЛЕКТ

Просмотров: 1731

КӨНЬЯҠ ДИАЛЕКТ, юрматы диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Йылайыр, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Мәләүез, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Хәйбулла, Шишмә, Әлшәй р‑ндарында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш Һамар, Һарытау һәм Ырымбур өлк. таралған. К.д. 5 һөйләш айырыла: дим, егән, эйек‑һаҡмар, урта һәм өршәк һөйләштәре. Дим һөйләше — төньяҡ‑көнсығыш (көҙөй) һәм көньяҡ-көнбайыш (кәмәлек һәм туҡ башҡорттары теле); эйек‑һаҡмар — үрге һаҡмар, эйек, түбәнге һаҡмар, нөгөш, туҡ-соран-ырғыҙ, юрматы һәм юшатыр; урта һөйләш еҙем, инйәр һәм ҡырмыҫҡалы һөйләшсәләренән тора.

К.д. төп фонетик билдәләре: һүҙ яһаусы аффикстың тәүге [ҙ] һәм [т] өндәре урынына [л] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби “буйҙаҡ” — диалектта буй[л]аҡ һ.б.; [м] һәм [н] өндәренә тамамланған нигеҙҙән һуң [н] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби “ҡомло” ҡом[л]о — диалектта ҡом[н]о, “киткәндәр” киткән[д]әр — киткән[н]әр һ.б.; күплек аффиксындағы тәүге [д], [ҙ] һәм [т] өндәре урынына [л] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби “юлдар” юл[д]ар — диалектта юл[л]ар, “башҡорттар” башҡорт[т]ар — башҡорт[л]ар һ.б. Бынан тыш, эйек‑һаҡмар һөйләшендә һүҙ башында тамаҡ төбө өнө — [аъ] ҡулланыла: әҙәби “аҡ” [а]ҡ — диалектта [аъ]ҡ, “ахыры” [а]хыры — [аъ]хыры һ.б.; [т] урынына [д] тартынҡыһы: әҙәби “тәгәрмәс” [т]әгәрмәс — диалектта [д]әгәрмәс, “тәрән” [т]әрән — [д]әрән һ.б.; урта һөйләштә — [рт], [лт], [мт], [нт], [мк], [мҡ], [нк], [ңҡ] диссимилятив ҡушылмалары ҡулланыла (төньяҡ‑көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшендәге кеүек): әҙәби “урманда” урма[нд]а — урма[нт]а, “йондоҙ” йо[нд]оҙ — йо[нт]оҙ һ.б.; һүҙҙең уртаһында [һ] урынына [ҫ] тартынҡыһы: әҙәби “күрһәтеү” күр[һ] әтеү — диалектта күр[ҫ]әтеү, “аҡһау” аҡ[һ]ау — аҡ[ҫ]ау һ.б.; [ңғ] ҡушылмаһы урынына [ң] тартынҡыһы: әҙәби “һаңғырау” һа[ңғ]ырау — диалектта һа[ң]рау, “яңғырау” я[ңғ]ырау — я[ң]рау һ.б.; дим һөйләшендә төп башҡ. һүҙҙәрендәге [һ] өнө урынына [ҫ] ҡулланыу: әҙәби “һарымһаҡ” [һ]арым[һ]аҡ — [ҫ] арым[ҫ]аҡ, “һыйыр” [һ]ыйыр — [ҫ] ыйыр һ.б.; тәүге ижектә иренләшкән [ао]: әҙәби “бабай” б[а]бай — диалектта б[ао]бай, [а]птырау — [ао]птырау һ.б.; [ей] һәм [өй] ҡушылмаларының [и] һуҙынҡыһына күсеүе: “кейәү” к[ей]әү — к[и] йәү, “төйөү” т[өй]өү — т[и]йеү һ.б.; аффикстар һәм киҫәксәләрҙә тәүге [л], [н] һәм [д] өндәре урынына [ҙ] тартынҡыһы: әҙәби “ҡаланан” ҡала[ н]ан — ҡала[ҙ]ан, “һәммәһе лә” һәммәһе [л]ә — һәммәҫе [ҙ]ә һ.б.

К.д. төп грамматик билдәләре: “бар‑”, “ҡал‑”, “ҡас‑”, “ҡайт‑”, “сыҡ‑”, “бир‑”, “ин‑”, “йөрө‑”, “кил‑”, “кит‑”, “мен‑”, “төш‑” ҡылым нигеҙҙәренә “ап”/“әп” (әҙәби “алып”) ҡыҫҡартылған хәл ҡылымының ҡушылыуы: әҙәби “алып барыу” — диалектта “апарыу”, “алып китеү” — “әпкитеү”, “алып сығыу” — “апсығыу”, “алып биреү” — “әпиреү” һ.б.; ‑ыр/‑ер, ‑ар/‑әр, ‑ыу/‑еү, ‑ау/‑әү; ‑маға/‑мәгә (урта һөйләштә) аффикстары м‑н яһалған инфинитив ҡылымдар булыуы: әҙәби “уҡырға кәрәк” — диалектта “уҡыр кәрәк”, “йәшәргә тейеш” — “йәшәү тейеш”, “барырға теләй” — “бармаға итә” һ.б.

Әҙәб.: Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. 2се т. Көньяҡ диалект. Өфө, 1970; МиржановаС.Ф. Южный диалект башкирского языка. М., 1979.

М.И.Дилмөхәмәтов, Н.Х.Ишбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: