Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВ Реналь Рәмил улы

Просмотров: 1766

ҒӘНИЕВ Реналь Рәмил улы (13.1.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). Башҡ. физик культура институтын (2008), Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2011) тамамлаған. 23‑сө СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2002 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2003—09 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.К.Ибраһимов, Р.И.Әйүпов). Команда зачётында Олимпия уйындарының бронза призёры (2004). Шәхси зачётта Рәсәй чемпионы (2011) һәм Рәсәй кубогын яулаусы (2007, 2011), Европа чемпионаттарының көмөш (2004) һәм бронза (2010) призёры, Бөтә донъя хәрби уйындар еңеүсеһе (2015); команда зачётында Европа (2004), Бөтә донъя универсиадаһы (2007, 2013) һәм Рәсәй (2004, 2010—15) чемпионы, Европа чемпиондары кубогын (2010) һәм Рәсәй кубогын (2011—13) яулаусы, Бөтә донъя хәрби уйындар еңеүсеһе (2015), донъя (2015) һәм Европа (2007, 2009—10, 2015) чемпионаттарының көмөш, донъя (2009) һәм Европа (2011, 2014) чемпионаттарының бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя (2003, 2005), Европа (3 тапҡыр, 2002—03), Рәсәй (2003) чемпионы, донъя беренселектәренең көмөш (2003—04) һәм бронза (2004—05) призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—16). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2006), Салауат Юлаев ордены (2004) менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022
Связанные темы рубрикатора: