ҒӘНИЕВ Станислав Рәхимйән улы
1196
ҒӘНИЕВ Станислав Рәхимйән улы (6.1.1973, Өфө), спортсы. Грек-рим көрәше б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Х.Ғәниев, Н.В.Рухтин, А.М.Фёдоров). БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—94) чемпионаттарының көмөш призёры. Испанияла (1992) һәм Швецияла (1994) халыҡ-ара турнирҙарҙа, И.М.Поддубный иҫтәлегенә Халыҡ-ара турнирҙа (Мәскәү, 1993) еңеүсе. Үҫмер спортсылар (1991) һәм үҫмерҙәр (1990) араһында РСФСР чемпионы. БДБ (1992), Рәсәй (1993—95) йыйылма командалары ағзаһы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: