Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОЛГАН ТЕЛЕ

Просмотров: 1164

ДОЛГАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (төньяҡ-көнсығыш төркөмө). Долгандарҙың милли теле. Красноярск крайының Таймыр (Долган-Ненец) р‑нында, ш. уҡ Саха (Яҡутия) Респ. Анабар р‑нында таралған. Д.т. һөйләшеүселәр һаны 5 мең (2002). Үҙ аллы тел булараҡ эвенк теле йоғонтоһонда айырым үҫеү һәм эске үҙгәртеп ҡороу процесында яҡут теленән айырылып сыға. Хәҙерге Д.т. норильск, пясина, авам, хатанг һәм попигай һөйләштәре айырыла. Фонетикаһына һүҙ тамырында башҡорт теленең [у], [и], [ү] тар һуҙынҡыларына тап килгән [у ) о], [и ) э], [ү ) о] дифтонгылары ҡулланылыуы, сағ.: долган телендә “уон” [у)о]н — башҡ. телендә “ун” [у]н; “киэн” к[и ) э]н — “киң” к[и]ң; “күол” к[ү ) о]л — “күл” к[ү]л; анлауттағы [с]‑ның [һ]‑ға күсеүе һ.б. хас. Д.т. сингармонизм эҙмәэҙлекле бирелгән, ул һуҙынҡыларҙың 2 төр гармонияһына (лабиаль һәм палаталь) нигеҙләнгән. Аффиксация грамматик мәғәнәләрҙе биреүҙең төп ысулы булып тора; эйәлек мәғәнәһен биреү өсөн ш. уҡ “гиен” (берәйһенеке булыу) һүҙе м‑н зат алмашы һәм эйәлек аффиксы бәйләнеше ҡулланыла, сағ.: долган телендә “мин гиэним” — башҡ. телендә “минеке”; “эн гиэнин” — “һинеке”; “биһиги гиэммит” — “беҙҙеке”. Д.т. лексикаһының нигеҙен яҡут теле һүҙҙәре, эвенк һәм урыҫ телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә; хәҙ. сәйәси һәм фәнни-техник терминологияһы юҡ. Урыҫ графикаһын файҙаланып яҙалар (1978 й. алып), алфавит 37 хәрефтән тора.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: