Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИФУЛЛИН Илдар Илфат улы

Просмотров: 1198

ҒАРИФУЛЛИН Илдар Илфат улы (27.5.1963, Өфө ҡ.), спортсы. Саңғы буйынса икебәйгелә СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). “Хеҙмәт” ирекле спорт йәмғиәте (тренерҙары Н.Н.Безносов, А.М.Ҡурамшин), профсоюздарҙың физкультура-спорт йәмғиәте (Өфө ҡ.; тренеры Ф.Ш.Закиров) тәрбиәләнеүсеһе. Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1983), СССР кубоктарын яулаусы (1990—91), РСФСР чемпионы (1986—87), донъя (1984) һәм СССР (1982—84) чемпионаттарының бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында СССР (1982) һәм РСФСР (1982—83) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында СССР беренселектәре еңеүсеһе (1979, 1981). Ветерандар араһында донъя чемпионы (1994). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1984). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—91). 1994 й. алып 33‑сө олимпия резервы спорт мәктәбендә тренер‑уҡытыусы, 2010 й. — директор, бер үк ваҡытта БР йыйылма командаһының баш тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022
Связанные темы рубрикатора: