Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы

Просмотров: 1721

ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы (6.1.1956, Октябрьский ҡ. — 7.5.2017, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлешенең күренекле вәкиле. Ассамбляж, станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика әҫ. авторы. Ғ. рәсем сәнғәтендә төҫтәргә айырым әһәмиәт бирелә: уның композицияларында төҫлө “формула”-символдарға һалынған ниндәйҙер “яңы киңлек”, “яңы ысынбарлыҡ” һүрәтләнә (“Өс стихия”, 1988; “Саҡ далаһы”, 1993; “Үлән өҫтөндә байрам”, 1997). 90‑сы йй. уртаһынан Ғ. башлыса рухы м‑н джаз импровизацияларына яҡын абстракт композициялар (“Рок-н-ролл”, 1999; “Шәүләләр. Иртә”, 2002) һәм ассамбляждар (“Фьюжн. Майлз Дэвисҡа арнау”, 1996; “Уралма”, “Пластик һын”, икеһе лә — 1997) ижад итә. Өфөгә арналған картиналар серияһын яҙа (“Минең ҡалам”, “Ленин урамында яҙғы ямғыр”, “Салауат Юлаев һәйкәле янында” һ.б.; бөтәһе лә — 2013). “Информель” (1997), “Art terra” (2003), “Ҡағылыу нөктәһе” (“Точка прикосновения”, 2011; бөтәһе лә — Өфө) күргәҙмәләрен ойоштороусыларҙың береһе. “Инйәр” ижади төркөмө ағзаһы (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988 й. алып; 10‑дан ашыу). Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), “Ҡазан” милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан), Хәҙ. сәнғәт музейы (Екатеринбург ҡ.) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Iosif Iser” Халыҡ-ара гравюра биенналеһы (Плоешти ҡ., Румыния), “Cadaques” Халыҡ-ара баҫма графика күргәҙмәһе (Барселона ҡ., Испания; икеһе лә — 2005), Халыҡ-ара экслибристар конкурсы (Сакатекас ҡ., Мексика, 2008) һ.б. лауреаты.

Әҙәб.: Гаитов Р. Живопись. Графика. Ассамбляж. Рисунок: каталог. Уфа, 2006.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: