Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘСЕМ СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 2063

РӘСЕМ СӘНҒӘТЕ, әҫәрҙәре нимәнеңдер өҫтөндә буяуҙар м‑н төшөрөлгән һынлы сәнғәт төрө. Әҫәрҙәрҙе ижад иткәндә донъяның сағыу матурлығын, күҙ алдындағы тормош күренештәре һүрәтләгән төрлө саралар — төҫ, һүрәт, колорит, яҡтылыҡ һәм күләгә, композиция, фактура ҡулланыла. Ҙур идея‑художество мөмкинлектәре, жанрҙар киңлеге (ҡара: Тарихи жанрТормош‑көнкүреш жанрыНатюрмортПейзажПортрет) булған Р.с. тарихи ваҡиғаларҙы, кешенең эске донъяһын, абстракт идеяларҙың асылын асып һалырға ынтыла. Р.с. төрҙәре: архитектура м‑н бер ансамбль тәшкил иткән монументаль‑биҙәү Р.с. (стеналағы биҙәктәр, панно; ҡара: ВитражМонументаль сәнғәт); ғәҙәттә билдәле урынға бәйле булмаған, әммә үҙ аллы әһәмиәтте булған станокта башҡарылған Р.с.; картиналар; иконалар төшөрөү; миниатюра; театраль‑декорация (кино һәм театр декорацияларының, костюмдарының эскиздары; ҡара: Сценография). Буяуҙарҙың технологик үҙенсәлектәре б‑са майлы, темпера, балауыҙ, анилин, фреска, эмаль, лаклы (ҡара: Нәфис лак сәнғәте) Р.с. айырыла. Рәсемдәр өсөн йыш ҡына акварель, гуашь, пастель, тушь ҡулланыла. Башҡортостанда урыҫ һынлы сәнғәт мәктәбе һәм башҡ. халыҡ сәнғәтенең иң яҡшы традицияларын үҙләштергән Р.с. формалашыуы 20 б. башына тура килә һәм Ю.Ю.Блюменталь, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, М.Н.Елгаштина, А.П.Лежнев, А.Э.Тюлькин эшмәкәрлеге м‑н бәйле була. Р.с. һөйөүселәр йәмғиәтенә (ҡара: Өфө сәнғәт түңәрәге) берләшеп, улар милли һынлы сәнғәттең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш процесына ҙур йоғонто яһай. Йәмғиәттең эшмәкәрлек йылдары урыҫ футуризмына нигеҙ һалған Д.Д.Бурлюктың Башҡортостанда йәшәгән осорона тура килә, уның әҫәрҙәре башҡ. рәссамдарында Р.с. биҙәү-пластика йүнәлешенә ҡыҙыҡһыныу уята (Тюлькиндың “Дачалағы ихата”, 1919; Лежневтың “Зәңгәр күләгәләр”, 1918 картиналары һ.б.). 1920 й. Өфө художество музейының (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы) асылыуы башҡ. Р.с. артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. 20—30‑сы йй. билдәле оҫталарҙың Р.с., идеология талаптары сиктәрендә үҫешеп, образдарҙың рухи йөкмәткеһен һаҡлап ҡала. Тюлькин нефть вышкаларын, тәүге тракторҙарҙы, Өфө ситтәрен һүрәтләүҙә үҙенсәлекле алымдар таба (“Сәскәгә күмелгән тәҙрәләр”, 1924; киндер, темпера); Лежнев Салауат Юлаев т‑да картиналар циклын (“Салауатты ҡулға алыу”, 1930; фанера, майлы буяу), Блюменталь, Дәүләткилдеев, В.С.Сыромятников башҡорттарҙың типологик портреттары серияһын, милли көнкүреш күренештәре м‑н композициялар ижад итә. Дәүләткилдеевтең “Мәжит Ғафури портреты”, “БАССР‑ҙың халыҡ артисы Ғ.Минһажев портреты” (икеһе лә — 1937) эштәре артабанғы быуын оҫталары дауам иткән башҡ. әҙәбиәте һәм мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең портреттар галереяһын башлап ебәрә. И.И.Урядов үҙенең индустриаль пейзаждарында дәүерҙе документаль теүәллек м‑н сағылдыра (“Инструменталь цех төҙөлөшө”, 1934). 1926 й. Башҡ. сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) сәнғәт бүлеге асылғандан һуң республикала проф. рәссамдар әҙерләү башлана, унда Дәүләткилдеев, Лежнев, Л.В.Лезенков, И.Н.Самарин, Тюлькин, Урядов уҡыта. Был уҡыу йортон тамамлаусылар (В.П.Андреев, К.И.Герасимов, Р.Ғ.Ғүмәров, Ғ.Ш.Имашева, Р.У.Ишбулатов, Ғ.С.Мостафин, Н.А.Русских, А.В.Храмов, Ғ.Ә.Әмиров һ.б.) башҡ. Р.с. үҫешенә ҙур өлөш индерә. 1934 й. Рәссамдар союзы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында байтаҡ рәссамдар фронтҡа китә, ләкин сәнғәт тормошо дауам итә. Урядов (“Чапаев дивизияһының Ҡыҙыл Яр янында Ағиҙел йылғаһын кисеүе”, 1940), Тюлькин (“Яҙ. Умырзаялар”, 1941; “Голубец”), Дәүләткилдеев (“Самауыр менән ҡыҙ”; икеһе лә — 1942) һ.б. эштәрен дауам итә. “Башхудожник” ширҡәтендә (ҡара: Ижади-производство комбинаты) Н.Н.Анисифорова, Андреев, Герасимов, Б.Д.Ежов эшләй. 1942—43 йй. “Тыуған ил өсөн”__һәм “Башҡортостан — фронтҡа” күргәҙмәләре ойошторола. Был осорҙағы Р.с. әҫәрҙәре төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә ала; уларҙа рәссамдарҙың героик дәүер ваҡиғаларын документаль теүәллек м‑н сағылдырырға ынтылышы күҙәтелә: Тюлькиндың “Танк десанты” (1941), “Ит — фронтҡа”, Андреевтың “Парашют десанты”, “Госпиталдә концерт” (бөтәһе лә — 1942), “Фронтҡа оҙатыу”, Дәүләткилдеевтең “Фронтҡа киткән башҡорт ҡыҙы” (икеһе лә — 1943), Л.Хасттың “Александр Матросов портреты”, П.Гавриловтың “Фрицтарға капут”, Герасимовтың “Башҡорт дивизияһына байраҡ тапшырыу” (бөтәһе лә — 1945) һ.б. 1945 й. Өфөлә башҡ. рәссамдарының һуғыш йылдарында төшөргән 142 картинаһынан торған күргәҙмә ойошторола. 40‑сы йй. 2‑се ярт. — 50‑се йй. башы республика рәссамдарының Р.с. өлкәһендә әүҙем эҙләнеүҙәр осоро була. Ишбулатовтың (“Еңеү байрамы”, 1946), Ежовтың (“Урал партизандары”, 1949), Храмовтың (“В.И. Чапаев һәм М.В.Фрунзе”, 1940 йй.) ижадында хәрби тематика үҫеш ала. Төрлө жанрҙа эшләүсе Т.П.Нечаеваныңрәсемгә таланты асыла (“Башҡорт тирмәһендә”, 1946). Андреев башҡ. нефте т‑да әҫәрҙәр циклы ижад итә (“Ишимбайнефть”, 1954). П.М. Лебедев һәм Мостафиндың тарихи картиналарында Салауат Юлаев образы сағылыш таба, Мостафин ш. уҡ башҡ. мәҙәниәте эшмәкәрҙәре портреттары циклын төшөрә (“З.Бикбулатова портреты”, 1952). Анисифорова (“Әй йылғаһы буйында кис”, 1956), Русских (“Ағиҙелдә боҙ китә”, 1955) башлыса пейзаж жанры м‑н шөғөлләнә. 50‑се йй. уртаһында А.А.Кузнецов, Ә.Ф.Лотфуллин, Р.М.Нурмөхәмәтов, А.В.Пантелеев, П.П.Салмасов һ.б. торған рәссамдар плеядаһы барлыҡҡа килә. Улар үҙҙәренең ижадында донъяны поэтик рәүештә һүрәтләү, төҫтәргә рухи камиллыҡ һәм үтә декоративлыҡ хас булған “башҡорт рәсем сәнғәте мәктәбе” төшөнсәһен раҫлай. 60‑сы йй. башында башҡ. Р.с. монументаль формалары үҫеш ала. А.А.Кузнецовтың ҙур форматлы “Салауат Юлаевтан һорау алыу” (1955) картинаһы тарихи жанрҙың артабан формалашыуында яңы этап була. А.Т.Платоновтың (“Забастовка. Уралда 1905 йыл”), Р.Й. Хәлитовтың (“Доброволецтар”; икеһе лә — 1967), В.А. Поздновтың (“Башҡорт атлылары”, 1969) һ.б. рәссамдарҙың ижадында тарихи-революцион жанр үҫеш ала. В.П.Пустарнаков (“1943 йыл”, 1963), А.В.Юдин (“Гарсия Лорка иҫтәлегенә”, 1969) картиналарында Б.В. һуғышы ваҡиғаларына ҡараш гуманизм һәм әхлаҡлылыҡ күҙлегенән сағылдырыла. 60— 70‑се йй. байтаҡ рәсем оҫталарын йәлеп иткән һәм киң темаларҙы үҙ эсенә алған жанрлы картиналар сәнғәттә ныҡлы урын ала. Ф.А.Кащеевтың (“Бишек янында”, 1968), Лотфуллиндың (“Өс ҡатын”), Нурмөхәмәтовтың (“Нефть крайында”; икеһе лә — 1969), Л.Ф.Мөғтәбаровтың (“Ауыр йылдарҙа”, 1971) картиналарында башҡ. халҡының тормошо сағыла. В.А.Смагин (“Киске смена”, 1969), Ю.Я.Насиров (“Ремонтсылар”, 1976), В.А.Руденченко (“А.Костелевский бригадаһы”, 1979) әҫәрҙәре хеҙмәт темаһына арналған. Портрет жанрының үҫеше А.И.Платонов (“Кинйәбикә”, 1959), Ә.С.Арыҫланов (“Башҡорт ҡыҙы”, 1961), А.А. Кузнецов (“Бөрйән айыусыһы”), Нурмөхәмәтов (“Профессор В.А.Ғиззәтуллин портреты”; икеһе лә — 1967), Лотфуллин (“М.Кәрим портреты”), Е.А. Захарова (“Ә.Х.Ситдиҡова портреты”; икеһе лә — 1978) исемдәренә бәйле. Был йылдарҙа Домашников (“Стадион”), Бурзянцев (“Ҡыҙыл тал сәскә ата”; икеһе лә — 1969), Позднов (“Майҙың беренсе көндәре”, 1973), Салмасов (“Иртә. Яңы ауыл”, 1974), Пустарнаковтың (“Төш ваҡыты”, 1979) йыш ҡына жанр сиктәренә һыймаған һәм пейзаж-картинаға әйләнгән пейзаждары башҡ. Р.с. яңы сағыу битен аса. С.А.Литвиновтың (“Уралда зәңгәр төн”, 1971), А.И.Платоновтың (“Һайыҫҡандар менән пейзаж”, 1973), В.Э.Меостың (“Ямғыр менән йыуылған сирень”, 1978) эштәре Урал тәбиғәтенә арналған. Пантелеевтың әҫәрҙәренә (“Баҡыр руднигы”, 1961) тормоштоң заманса индустрия үҫеше һөҙөмтәһендә үҙгәреүен һүрәтләгән стиль, төҫтәр баҙыҡлығы хас. Күп кенә рәссамдар натюрморт жанрына мөрәжәғәт итә, унда милли тормош темаһын үҙенсәлекле сағылдырған Ситдиҡова ижады айырылып тора (“Бал тәме”, 1976). Был осорҙа Өфө пед. уч‑щеһында (ҡара: Педагогия колледжы №2), ӨДСИ‑лә һәм БДПИ‑ла һынлы сәнғәт бүлектәре асыла, унда Башҡортостандың күренекле рәссамдары уҡыта (ҡара: Һынлы сәнғәт белеме). 70‑се йй. 2‑се ярт. Р.с. рәссамдарҙың яңы быуыны килә: Р.М.Абдуллин, И.Ғ.Бикбулатов, Е.А.Винокуров, С.К.Дергун, Д.Н.Ишемғолов, Ә.Ш.Ҡашаев, Е.О.Клейменов, С.Б.Краснов, М.Д.Кузнецов, С.А.Лебедев, У.Ғ.Мөхәмәтшин, Н.Л.Пеганов, И.И.Фартуков, Р.С.Хәбиров, Р.З.Харисов, В.Ғ.Шәйхетдинов, З.Ғ.Шәйхелисламов һ.б. Уларҙың әҫәрҙәрендә йәмғиәт тормошоноң рухи‑әхлаҡи проблемалары сағыла. Клейменов (“Күтәрелеү. А.Грин иҫтәлегенә”, 1982), Хәбиров (“Советтар Союзы Геройы А.И.Хохлов портреты”, 1984) үҙ ижадында классик традицияларға тартыла. Абдуллин (“Ғаилә”, 1981), В.Н.Пегов (“Әсә”, 1985), Мөхәмәтшин (“Ғаилә. Һабантуй”, 1987) реалистик картиналарында мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итә. Кашаев пейзаждары (“Эңер”, 1985), М.Д.Кузнецовтың биҙәкле‑экспрессив эштәре (“Ҡарандағы тал”, 1976), Винокуровтың һалмаҡ‑мөһабәт рәсемдәре (“Йәшел үләндәр мәле”, 1982) тыныс‑нескә колорит м‑н айырылып тора. 80‑се йй. 2‑се ярт. — 90‑сы йй. — төрлө быуын рәссамдарының әүҙем ижади эҙләнеүҙәр осоро, улар заман рухына һәм проблемаларына ауаздаш булған стилистика һәм форманы эҙләргә ынтыла. Донъя художество мәҙәниәтенең бай тәжрибәһен өйрәнеп һәм ижади яҡтан эшкәртеп, улар башҡ. сәнғәтен яңы үҙенсәлекле әҫәрҙәр м‑н байыта. Авангард сәнғәте йоғонтоһон кисергән рәссамдар А.А.Буганин(“Алтын ямғыр”, 1992), Б.А.Самосюк (“Пигмалион һауыты”, 1994), С.Н.Игнатенко (“Ғаилә”, 1996), Фартуков (“Йома”, 1998) автор эстетикаһын һәм донъяға үҙ ҡарашын сағылдырған Р.с. формаларын таба. Уларҙың эштәре йыш ҡына авторҙарының изгелек һәм яуызлыҡ, тормош һәм йыһан серҙәре т‑да уйланыуҙарын һүрәтләнгән метафоралы образдарға ҡорола. Красновтың (“Күккә олғашҡан утрауға ода”, 1983), М.Г.Спиридоновтың (“Аҡ юл”, 1993) әҫәрҙәрендә реализм тәрән символикаға эйә. Шәйхетдиновтың “Иҡрар” (1996) рәсемдәр серияһы ислам тарихына арналған. Винокуров, А.А.Дворник (“Һаҡмар”, 1997), В.И.Суздальцев (“Тау шишмәһе”, 1999) реалистик пейзаж линияһын эҙмә-эҙлекле үҫтерә. Ижади фекер һәм форманы ирекле һайлау художество төркөмдәре һәм берекмәләренә берләшкән рәссамдарҙың лозунгыһына әйләнә. Уларҙы ойоштороу инициаторҙарының береһе (“Һары бейә”, 1989) — халыҡ сәнғәтенең традицион һыҙаттарын үҙ эсенә туплаған неопримитивизм йүнәлешенең идеологы М.А.Назаров (“Башым минең, башым. Мәжлес”, 1964; киндер, темпера). Уның әҫәрҙәрендә ауыл тормошо рухы һәм халыҡ образдары барлыҡ тулылығында сағыла. Рәссамдар И.Ҡ.Ғәзизуллин (“Уҡыусы ҡыҙ”, 1989), Н.А.Пахомов (“Процессия”, 1992), Лебедев (“Рәсәйгә изге хәбәр”, 1993) үҙенең ижади үҙенсәлеген примитивизм һәм кубизм концепциялары сиктәрендә таба. Н.С.Латфуллиндың милли традициялар һәм заман мәҙәниәте синтезын, Көнбайыш Европаның авангард йүнәлештәрен һәм Көнсығыш сәнғәте стилистикаһы алымдарын ижади файҙаланған художество концепцияһы уның колорит йәһәтенән ҡатмарлы һәм стилистика яғынан төрлө булған әҫәрҙәрендә (“Тулған айлы ҡала”, 1989) һәм ул ойошторған “Сыңғыҙхан” (1990) ижади берекмәһенең вәкилдәре Н.Ғ.Байбурин (“Баҫып инеү”, 1988), Харисов (“Шишмә. Кәләш”, 1997), Р.Х.Әхмәтвәлиев (“Һыбайлы”, 1993), В.М.Ханнанов (“Әл‑Бәҡара. Һыйыр”, 1998) һ.б. эшмәкәрлегендә сағылыш таба. Лотфуллиндың уҡыусылары һәм фекерҙәштәре, күбеһе “Артыш” ижади берекмәһе (1995) һәм Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы (1996) ағзалары, туған халҡының яҙмышы т‑да хикәйәләүен дауам итеп, был теманы асыуҙа икенсе ракурстар таба. Ә.М.Мәзитов (“Пәйғәмбәр”, 1997), Й.Ә.Сөләймәнов (“Ҡаршы тороу”, 2003) символдар һәм метафоралар телен ҡулланып, халыҡтың тарихи тамырҙарын һәм рухи нигеҙҙәрен асыҡларға ынтыла. Йөкмәткеһе б‑са был авторҙарҙың картиналары традицион реалистик манерала эшләгән Р.Ю.Атауллиндың (“Аят”, 1990), Ф.А.Исмәғилевтең (“Торатау”), Х.С.Фазыловтың [“Башҡорт легендаһы (Ете ҡыҙ)”; икеһе лә — 2002] картиналарына оҡшаш, ш. уҡ Насиров (“Ҡаҙ байрамы”, триптих; 1993), Абдуллин (“Иртә”, 1999), Р.С.Зәйнетдинов (“Йондоҙлоҡ”, 2002; авторҙашлыҡта) ошо уҡ алымда эшләй. Р.Р.Ҡадировтың романтик эштәрендә лә халыҡ тормошоноң бай донъяһы сағыла (“Ай тотемы”, 1992). Башҡ. һәм татар фольклоры м‑н рухи тығыҙ бәйләнештә булған Ишемғоловтың (“Әбештә кис”, 1995), Р.Ш.Заһиҙуллиндың (“Мәңгелек”, 1997), Ф.Р.Йәрғәлиевтең (“Үткәндәргә кире ҡайтыу”, 2002) Р.с. сюжеттары һәм биҙәү алымдары лубок, милли сигеү сәнғәтенә, орнаментҡа нигеҙләнгән. Башҡортостандың һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдары ш. уҡ Р.с. яҡын булған художество ижады өлкәһендә эшләгән рәссамдарҙың әҫәрҙәрендә сағылыш таба (ҡара: АссамбляжИнсталляция). Башҡортостан Р.с. иң тулы йыйылмаһы БДХМ‑да; хәҙ. заман рәссамдарының эштәре респ., Рәсәй һәм сит ил һынлы сәнғәт галереяларындамузейҙарында, корпоратив һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

  Әҙәб.: Востокозапад. Живопись. Галерея современного искусства “Урал”: Альбом. Уфа, 1994; Восток. Галерея традиционного и современного искусства: Каталог. Уфа, 1997; Современное изобразительное искусство Башкортостана. Уфа, 1997; Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: Каталог. Уфа, 2005.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023