Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙТИРӘКОВА Ләйлә Сафа ҡыҙы

Просмотров: 533

БАЙТИРӘКОВА Ләйлә Сафа ҡыҙы (3.7.1924, Өфө ҡ. — 31.7.2006, Мәскәү ҡ.), офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) Башҡортостан трахоматоз ҒТИ‑нда, 1950—82 йй. Мәскәү өлкә клиник ҒТИ‑нда (1960 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. 1982—2001 йй. Н.А.Семашко исемендәге балалар диагностикалау һәм дауалау үҙәге консультанты (Мәскәү ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ҡан тамырҙары һәм эндокрин ауырыуҙар ваҡытында күреү ағзалары патологияһын өйрәнеүгә, балалар офтальмологияһы проблемаларына арналған. 

Хеҙм.: Сложные офтальмологические изменения и их диагностика. М., 1965 (авторҙ.).

Г.Ю.Мыздрикова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Г.Ю.Мыздрикова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022