Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ЯРУСЫ

Просмотров: 1430

БАШҠОРТ ЯРУСЫ, карбондың урта бүлегенең түбәнге бүлексәһе. Серпухов ярусында ята, мәскәү ярусы менән ҡаплана. С.В.Семихатова Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Еҙем һәм Йүрүҙән йй. бассейндарында Үрге Лука ҡасабаһы (Силәбе өлкәһе) янындағы Йүрүҙән й. типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә (1934). Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйы гипостратотибында һай диңгеҙ карбонат ултырмаларынан (доломит ҡатыш эзбизташ) тора; ҡалынлығы — 225 м. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, брахиоподтар һ.б. хас. 4 ярым ярусҡа бүленә: һүрәм, әкәүәҙ, аҫҡынбаш, архангел; түбәнгеһе һәм үргеһе һәр береһе — ике горизонтҡа, икенсеһе һәм өсөнсөһө шул уҡ исемдәге горизонттар кимәленә тап килә. Башҡортостандың платформалы өлөшөндә башлыса карбонат тоҡомдарынан тора, скважиналарҙағы ҡалынлығы 20—90 м; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Еҙем һәм Егән йй. районында ҡалынлығы — 195—275 м. Йүрүҙән һәм Әй йй. бассейндарында ғәҙәттә үрге ярым ярус ултырмалары юҡ, ҡалынлығы — 110—210 м. Йылайыр синклинорийында һүрәм, әкәүәҙ һәм аҫҡынбаш ярым ярустары — карбонат тоҡомдарынан, архангел ярым ярусы — аргиллит, ҡомташ, эзбизташ конгломераты, эзбизташ ҡатыш мергелдән (күгәрсен свитаһы) тора; ҡалынлығы — 400—500 м. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүендә Йәнгел й. районында органоген эзбизташтарҙан, һирәгерәк карбонат‑терриген тоҡомдарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы — 200—250 м.

Әҙәб.: Стратиграфические схемы Урала. Екатеринбург, 1993.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: