Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ

Просмотров: 1481

ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. К.А.Львов тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Ултырмалар М.И.Гарань (1937, 1963, 1969), О.П.Горяи­нова, Э.А.Фалькова (1940), В.И.Козлов (1978,1982,1988), Н.Н.Ларионов (1985, 1994), А.В.Маслов (1990, 2000, 2001) тарафынан тасуирлана. 6 ярым свитаға бүленә: ҡатасҡын, кесе инйәр, ушаков, ҡотҡор, рәүәт һәм төлмәй. Ә.с. һәм аналогтарының ҡатламдары көньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымынан төньяҡта Ҡуҫа ҡ. тиклем күҙәтелә (оҙонлоғо яҡынса 300 км, киңлеге 2—3 км алып 7—12 км тиклем). Егәҙе‑Комаров свитаһында ята, өҫкө рифейға ҡараған елмәрҙәк свитаһының терриген ултырмалары менән ҡаплана. Күбеһенсә карбонатлы (доломиттар, эзбизташтар) һәм терриген (балсыҡлы һәм күмер‑балсыҡлы һәүерташтар, алевролиттар һәм ҡомташтар) тоҡомдарҙың сиратлашыуынан тора. Тоҡомдарҙа ҡараһыу һоро төҫ өҫтөнлөк итә. БР территорияһында ҡалынлығы 800—1700 м. Карбонатлы һәм алеврит‑пелитлы тоҡомдарҙа строматолиттар, микрофитолиттар һәм микрофоссилиялар табылған. Ҡатасҡын ярым свитаһында көрән тимер ятҡылыҡтары тупланған (Егәҙе‑Комаров, Әүжән һәм Инйәр мәғдән райондары).

Н.Н.Ларионов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: